Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 14:30

Беҙ - «октябрят»тар!

Һүҙем Иҫке Собханғол ауылының Октябрь урамы хаҡында. Беҙ, Октябрь урамы “октябряттары”, дуҫ, татыу йәшәнек. Күңелле йәшәнек, тип әйтә алам. Әле лә тап булышһаҡ, “октябрят”, хәлдәр нисек, тип өндәшәбеҙ.

Һүҙем Иҫке Собханғол ауылының Октябрь урамы хаҡында. Беҙ, Октябрь урамы “октябряттары”, дуҫ, татыу йәшәнек. Күңелле йәшәнек, тип әйтә алам. Әле лә тап булышһаҡ, “октябрят”, хәлдәр нисек, тип өндәшәбеҙ.
Урамдың исеме илде тетрәткән Октябрь революцияһына бәйле булыуы билдәле. Был урамда 1925 йылда өләсәйем менән олатайым Кәримә һәм Фәсхетдин Мырҙағоловтар йәшәй. Уларҙың 3 балаһы тыуа. 1939 йылда икенсе урамға күсәләр. Атайым мәрхүм өләсәй менән йәшәгәндә үҙенә, ҡустыһына тип урын биләп ҡуя.1950 йылда әсәйем Йәмилә Баһауетдин ҡыҙына өйләнгәс, әлеге нигеҙгә өй һалып инәләр. Әсәйем йәшәгән өй 3-сө өй, икенсегә яңыртып һалған өйҙәре 2005 йылда янды.
Октябрь урамы аша көн һайын тип әйтерлек атай нигеҙенә - әсәйемә барам. Һәр йорт үҙе бер тарих һаҡлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан урамдаштар исемлеге: Камила Әбдрәшитова, Маһинур Ҡолдәүләтова, Мөхәррәм Аҙанғолов, Лотфрахман Вәлиуллин, Ғариф Бикбулатов, Кәбир Ғәлин, Әхмәттула Манапов, Зиннәт Мырҙабаев, Мазһар Күлбаев, Мотаһар Нәҙершин, Фәруҡ Маликов, Шәйәхмәт Хәкимов, Шакир Байғужин, Мөхәммәт Йәнғәлин, Хаммат Вәлиуллин, Зәйнәғәле Ҡолһарин, Степан Симонов, Зәкир Хисмәтуллин, Хәйетдин Көҫәпҡолов, Сабирйән Әмирханов, Фәхретдин Мырҙағолов.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 9 август һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: