Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 13:17

Донъя уңғандар ҡулында

45 йыл тормош юлынан бергә атлаусы ата–әсәйем Мансур һәм Сәғиҙә Ғазиндарға ғорурланып та, һоҡланып та ҡарайым.

45 йыл тормош юлынан бергә атлаусы ата–әсәйем Мансур һәм Сәғиҙә Ғазиндарға ғорурланып та, һоҡланып та ҡарайым.
Быйыл улар 65 йәштәрен тултырып, бергә йәшәүҙәренең 45 йыллығын билдәләнеләр. Бынан 45 йыл элек Күмертау педучилищеһының физик культура бүлеге студенттары булған саҡтарында осрашҡандар ата-әсәйем. Бөгөнгө көндә 4 балаға яҡшы ата-әсәй, 4 ейән–ейәнсәргә өләсәй-олатай, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар булып, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәр шикелле йүгереп йөрөп донъя көтәләр.
Ялтлап торған донъяларына ҡот өҫтөнә ҡот өҫтәргә генә торалар. Оло йорт менән кесе йорт араһы гөл-сәскәләр менән тула, йәшелсә баҡсаһында ла йыл һайын уңыш мул була. Ағас-ҡыуаҡтар өсөн айырым баҡса булдырылған, ундағы емештәрҙән барыбыҙға ла йыл әйләнәһенә етерлек ҡайнатма, һуттар әҙерләйбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ кеүектәр тураһында, йәме лә, тәме лә ҡулдарынан, тиҙәр. Атайым йорттоң терәге булһа, әсәйем - биҙәге.
Идеяға бай әсәйем ихатаны матурлау өсөн ниҙер уйлап тапһа, тыныс холоҡло, аҙ һүҙле атайым әсәйемдең хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндереп тә ҡуя. Ишек алдында бының өсөн айырым тәбиғәт мөйөшө булдырҙылар. Былтырғы йылда был урында Африка хайуаны жираф, тирә-яғында пальмалар хасил булһа, быйыл иһә Бөрйән урманындағы инә һәм ата болан, бөтә илгә данлыҡлы Бөрйән айыуы, тыныслыҡ һәм мөхәббәт ҡоштары аҡҡоштар урын алған.
Ҡыҫҡаһы, әйләнеп сыҡҡыһыҙ донъяны гөл итеп, беҙҙе, балаларын, эшкә йәлеп итеп, тормоштан йәм табып, тирә-яҡ мөхитте яратып йәшәргә өйрәтәләр. Уларҙың тырышлығын бер нисә йыл рәттән район кимәлендә алған «Иң яҡшы ихата», «Иң яҡшы баҡса» тигән почет грамоталары ла дәлилләй.
Уларға киләсәктә лә бөгөнгөләй дәрт-дармандары ташып тороуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: