Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 11:21

Ауылына күрә халығы

Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы, тип бушҡа әйтелмәгән. Һәр ауыл үҙенсә йәшәй, көн күрә. Тәүге ҡарамаҡҡа бер иш тойолған ауылдарҙың да үҙенә генә хас холҡо, йолаһы, уларҙы башҡаларҙан айырым итер кешеләре бар. Нәҡ шундайҙар ауылды тотоп торалыр ул.

Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы, тип бушҡа әйтелмәгән. Һәр ауыл үҙенсә йәшәй, көн күрә. Тәүге ҡарамаҡҡа бер иш тойолған ауылдарҙың да үҙенә генә хас холҡо, йолаһы, уларҙы башҡаларҙан айырым итер кешеләре бар. Нәҡ шундайҙар ауылды тотоп торалыр ул.


Тарыуалдарҙы – Яңы Усман ауылын ғына алайыҡ. Был ауылда заманса йәшәргә ынтылған, заманса фекерләгән, заман заңын үҙенеке иткән кешеләр бихисап.

Үткән аҙнала шул яҡтарға юл төшкәндә бер-ике урында ботлоҡ биҙрәләр менән көрәк күрҙек. Унан алда ла беҙгә “йүкә” телефон Яңы Усман ауылы кешеләренең, юлды тигеҙләү, рәтләү маҡсатында, карьерҙарға биҙрәләр менән көрәктәр ҡалдырып китеүен хәбәр иткәйне.


Был һүҙ дөрөҫ булып сыҡты: ысынлап та, юл ситендәге ике карьерға, дөрөҫөрәге, ташы соҡолған урынға, үрҙә әйтелгән юлды рәтләгес “ҡорамалдар” ҡуйып кителгәйне.


Кем йомробаштың идеяһылыр, әммә бик дөрөҫ ҡарарға килгән тарыуалдар: техникаһы менән юлға сыҡҡан һәр кем, теләге һәм ваҡыты булһа, юл ситендәге карьерҙар эргәһенә ҡалдырылған ботлоҡ биҙрәләргә шундағы уҡ көрәк менән таш тултырып, соҡор-саҡырҙы тигеҙләп китә.


Әйткәндәй, баштары эшләгән тарыуалдарҙың – кеше-ғара алып китмәһен өсөн, биҙрәләрҙең төбөн төртөкләп тишкәндәр. Шулай ҙа бер нисә биҙәргә айыу майы һөртөүсе, дөйөм мал эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмаусыһы ла табылған...


- Был изге эштең идеяһы – ауыл йәштәренеке. Һәптеюҡ ергә 10-лап биҙрә менән көрәк ҡуйылған, - тине Байғаҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азат Мәжитов, был матур эште кем башлауын юллап шылтыратҡас.


Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, беҙҙең халыҡ изге, сауаплы эштәр артынан ҡыбырлай башланы. Бындай эштәргә башлыҡтың, хакимиәттең ҡушыуы кәрәкмәй, йөрәк ҡушыуы етә. Бындай эштәр өсөн хаҡ-баһаны кемдәндер көтөү кәрәкмәй – Төп Хакимдар үҙе күреп, фәрештәләре яҙып тора. Кемдеңдер ҡулдары менән тигеҙләнгән, рәтләнгән юлдарҙан күберәк кеше үтә икән – сауабы арта ғына барасаҡ. Районыбыҙҙа изгелек ҡылыуҙа ярышыусылар арта – ошоноһо тағы ла ҡыуаныс!
Читайте нас: