Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 16:11

Яңы уҡыу йылына – яңы мәктәп!

Оҙаҡ йылдар балалар иҫке, һыуыҡ, терәүҙәрҙә торған мәктәптә белем алған Ағиҙел ҡасабаһы халҡы был көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерә – ҡасабаның тап уртаһында бына тигән матур, заманса мәктәп бинаһы (балалар баҡсаһы ла шунда уҡ) ҡалҡып сыҡты. Яңы белем усағының сафҡа инеүен балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер буламы? Әле ниндәй эштәр бара? Ошо һорауҙар менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Сәғит улы Фәтхетдиновҡа мөрәжәғәт иттек.

Оҙаҡ йылдар балалар иҫке, һыуыҡ, терәүҙәрҙә торған мәктәптә белем алған Ағиҙел ҡасабаһы халҡы был көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерә – ҡасабаның тап уртаһында бына тигән матур, заманса мәктәп бинаһы (балалар баҡсаһы ла шунда уҡ) ҡалҡып сыҡты. Яңы белем усағының сафҡа инеүен балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.

Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер буламы? Әле ниндәй эштәр бара? Ошо һорауҙар менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Сәғит улы Фәтхетдиновҡа мөрәжәғәт иттек.


-Был проект Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш урынында 40 кеше эшләй. Бөгөнгө көнгә һыу үткәрелгән, гигиена-санитария ҡорамалдары ҡуйылған. Ашхана өсөн йыһаздар, кәрәк-яраҡтар килде. Әлеге ваҡытта уларҙы ҡороу башланды. Бина эсендә буяу эштәре бара, янғын сигнализацияһы, яҡтыртыу, йылытыу ҡорамалдары ҡуйыла. Тирә-яҡҡа ағас, сәскә ултыртыу өсөн тупраҡ ташыйҙар. Алдағы көндәрҙә биләмәне төҙөкләндереү, асфальт түшәү планлаштырыла. Яңы уҡыу йылына мәктәп әҙер булыр тип өмөтләнәбеҙ, - тине Азат Сәғит улы.

“Капиталстрой” ЯСЙ-һы компанияһының төҙөлөш эштәре етәксеһе Дамир Вәлиев әйтеүенсә лә, мәктәп эсендә төп эштәр тамамланыу өҫтөндә.

- Тышта иһә башҡараһы эштәр байтаҡ әле: ҡоймалауҙы тамамлау, спорт майҙансығы, һыу һурҙырғыс башня төҙөү, асфальт түшәү һ.б. Был эштәрҙе бер ай эсендә тамамларбыҙ тип уйлайбыҙ, - ти ул.

Тимәк, ҡасаба балаларының яңы уҡыу йылын яңы, матур, йылы мәктәптә ҡаршыларына өмөт ҙур.
Читайте нас: