Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 11:27

Күҙ теймәһен үҙҙәренә

Хоҙай парҙарҙы, бер матурға - бер матур, бер уңғанға - бер уңған, тип һайлай, тиҙәр. Фидан менән Лилиә Мөхәмәтғәлиндәр тап шундай яҙмышҡа лайыҡ булалар. Үҙҙәре һөйкөмлө, балалары һөймәлекле уларҙың. Ә ҡорған донъялары Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының йәме булып ултыра.

Хоҙай парҙарҙы, бер матурға - бер матур, бер уңғанға - бер уңған, тип һайлай, тиҙәр. Фидан менән Лилиә Мөхәмәтғәлиндәр тап шундай яҙмышҡа лайыҡ булалар. Үҙҙәре һөйкөмлө, балалары һөймәлекле уларҙың. Ә ҡорған донъялары Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының йәме булып ултыра.
Фидан буласаҡ ҡатыны Лилиә менән бер ауылда уҡый. Артабан – дуҫлыҡ, яҡындан аралашыу… Һигеҙ йылдан һуң егет һөйгәненә ғаилә ҡорорға тәҡдим яһай.
Йәштәрҙе уртаҡ мауығыу ҙа берләштерә: Фидан Благовещен педагогия колледжында физик культура буйынса уҡып сыҡҡан, Лилиә Сибай дәүләт университетында иптәше кеүек үк физик культура уҡытыусыһы һөнәрен алған. Әйткәндәй, Лилиәнең спорт өлкәһендәге уңыштары ла байтаҡ ҡына. Ул Чебоксар ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй Ауыл уйындары призеры. Республика ярыштарында еңеү яулаған һәм призер булған. Һөнәре лә ошо өлкә менән туранан-тура бәйле – ул Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы. Балаларҙа спортҡа һөйөү уятыу – уның тормош мәғәнәһе. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән Лилиәнең Күмертау, Ағиҙел ҡалаларында үткән ҡатын-ҡыҙҙар фестивалдәрендә алған кубоктары өй түрендә урын алған. Улы Искәндәр ҙә уҡ атыу буйынса алған миҙалдарын ҡәҙерләп элеп ҡуйған.
- “Мөхәмәтғәлин” тигән КФХ астыҡ. Пилорама, мал, баҡса тотабыҙ. 2014 йылдың майында сыҡтыҡ өйөбөҙгә. Торлаҡ буйынса бирелгән субсидия ҙур ярҙам булды. Тәүҙә ҡәйнәмдәрҙә йәшәнек. Улар йорт эштәренә өлгөрмәгәндә йәки бала тәрбиәләгәндә тыуған ҡыйынлыҡтарҙы еңергә һәр ваҡыт ярҙамға киләләр. Фидан ғаиләлә иң өлкәне, кесе туғандарына ярҙам итеп, ике яҡ туғандарыбыҙ менән дә матур аралашып йәшәйбеҙ, - ти Лилиә.
Искәндәргә - 9, Фидәлиәгә 4 йәш. Аҡыллы, инсафлы, алсаҡ балалар әсәйҙәренә ихлас ярҙам итәләр: йәшелсәгә, сәскәләргә һыу һибәләр, өләсәйҙәренә йомошҡа йөрөйҙәр, себеш көтәләр. Фидан менән Лилиә күптән түгел генә өсөнсөгә атай һәм әсәй булыу бәхетенә ирештеләр. Динә Талхина шиғырында: “Мөхәббәтле өйҙә бишек ҡояш булып эленеп торор алтын сөйҙә”, - ти. Йәштәрҙең өйҙәренең йәме, наҙы булып бишектә бәләкәс Физәлиә бәүелә. Атаһы ла эштән ҡайтыу менән иң тәүҙә уның янына атлыға.
Спорт - ул сәм, еңеүгә, маҡсатҡа ынтылыш, матурлыҡ һәм тәртип. Спортты үҙ иткән Мөхәмәтғәлиндарҙың бөтә йәшәү рәүеше лә ошо төшөнсәләргә нигеҙләнгән: кешеләр тел шартлатып үтерлек итеп йорт төҙөгәндәр, унда матурлыҡ һәм тәртип хөкөм һөрә. Үҙҙәренең уңғанлығы, тырышлығы менән маҡсаттарына ирешеп йәшәй йәштәр.
Читайте нас: