Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 18:10

Мөбәрәк булһын Ҡорбан байрамы!

11 августа бөтә донъя мосолмандары ислам динендәге иң мөбәрәк, ҙур байрамдарҙың береһен – Ҡорбан ғәйетен билдәләй.

11 августа бөтә донъя мосолмандары ислам динендәге иң мөбәрәк, ҙур байрамдарҙың береһен – Ҡорбан ғәйетен билдәләй.

9-сы зөлхизә (10 август) - Ғәрәфә көнө. Ошо изге көндә Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең 5-се терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында (Сәғүд Ғәрәбстаны, Мәккә ҡалаһы) тороп доға,истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй. Ошо көндә ураҙа тотоу бик сауаплы, сөнки хәҙистә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең ошонан алдағы һәм һуңғы йылдарҙағы (ике йыллыҡ) гонаһтары юйылыр”, - тиелә.

Ҡыҫҡаһы, Аллаһы Тәғәлә ошо көндәр менән Ҡөрьәндә Үҙе ант иткән мөбәрәк көндәрҙә йәшәйбеҙ, Ҡорбан байрамын нисек үткәрергә, ҡорбанды нисек салырға, был изге көндәрҙә ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға - районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов менән әңгәмә шул хаҡта.


- Эйе, алдыбыҙҙа ҙур байрам - Ҡорбан байрамы тора. Ғәйет ҡорбаны (“уда хийә”) духа ваҡытында (ҡояш ҡалҡып бер ни тиклем ваҡыт үткәс) салына – ошонан килеп сыҡҡан. Ғәйет ҡорбаны байрамдың 3 көнөндә салына. Ҡорбан һүҙе ғәрәпсәнән “ҡурба” (Аллаһҡа яҡынлашыу мәғәнәһендә) килеп сыҡҡан.

Ошо 3 көндә кемдең ҡорбан салырға мөмкинселеге бар, шулар өсөн был ғибәҙәт – важиб, йәғни фарызға (мотлаҡ үтәргә тейешле ғәмәл) яҡын.

Бер хәҙисендә пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһис-сәлләм әйтә, һәр бер өй (ғаилә) йыл һайын ошо Ҡорбан байрамы көндәрендә бер ҡорбан салырға тейеш, тип. Йәғни күп балалы ғаилә башлығы бөтә ғаиләһе өсөн салһа ла, етә.

Һәр бер азат, мөмкинселеге булған, сәфәрҙә булмаған мосолман өсөн ҡорбан салыу – важиб. Әгәр кеше финанс яғынан ауыр хәлдә, сәфәрҙә икән – был ғәмәл уның өсөн важиб түгел. Тағы ла бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйтә: “Кемдең мөмкинселеге була тороп та ошо ҡорбанды салмаһа, беҙҙең мәсеттәргә яҡынлашмаһын”.

Хәҙис бар: сәхәбәләр пәйғәмбәрҙән, с.ғ.с. һорай икән: “Эй, Аллаһ илсеһе, беҙ сала торған ҡорбандар нимә ул?” - тип. Пәйғәмбәребеҙ, с.ғ.с. яуап бирҙе: “Ибраһим пәйғәмбәрҙең сөннәте”, - тип. Шунан тағы һорайҙар: “Беҙгә ошо салынған ҡорбандарҙан ниндәй файҙа була?” - тип. “Һәр бер сәс (ҡыл) өсөн сауап яҙыла, шулай уҡ ҡылындағы мамығы өсөн дә” - тип яуаплай пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с.

Шулай уҡ Хөсәйен бин Ғәлиҙән риүәйәт ҡылына: “Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйтә: “Кем дә кем ҡорбан салды – үҙен таҙартты, гонаһтарҙан арындырҙы.Әгәр ул ҡорбан салғанда әжер, сауаптарға ирешеүенә ышанып салһа, уның өсөн ҡорбаны тамуҡ утынан пәрҙә була”.

Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙҙең ҡорбан салыуы хаҡында хәҙис бар: “Пәйғәмбәр с.ғ.с. һәр саҡ ике аҡ ҡорбанды үҙ ҡулдары менән салды, тәкбирҙәр әйтте, аяғын йөнөнә ҡуйҙы (һарығының ҡабырғаһына)”.

Ошо риүәйәт-хәҙистәрҙән ҡорбан салыуҙың важиб икәнлеген күрәбеҙ.

-Ҡорбанға ниндәй мал салына?

-Һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә. Кәзә 1 йәштән үтергә тейеш, һарыҡ та шулай, әммә кәүҙәһе ҙур булһа, 8 айлыҡ һарыҡ та бара. Һыйыр малын 7 кеше (ғаилә) ҡушылып салырға мөмкин, әммә 7-һенең дә ниәте ҡорбан итеү булырға тейеш. Әгәр 6 кеше ҡорбан, тип, берәүһе ит өсөн генә салам, тиһә, 7-һенеке лә дөрөҫ булмай.

Һыйыр 2 йәшлек йә унан ҙурыраҡ булырға тейеш. Иң күбеһе 7 кеше һыйырҙы ҡорбанлыҡ итә ала, 8, 9 һәм унан артһа, ҡорбандан һаналмай, әммә 6, 5, 4, 3 һәм унан кәм булһа – ярай. Итен бүлгәндә (әгәр һыйырҙы 7 һәм унан кәм кеше салһа) өлөштәргә үлсәп бүләләр.

-Ҡорбан ғәйет көнөндә генә салынамы?

-Важиб ҡорбан ошо 3 көндә генә салына. Зөлхизә айының 10-сы көнө – Ҡорбан ғәйетенең тәүге көнө (11 август). Ҡорбанды 12-се зөлхизәнең икенде намаҙына тиклем салырға була. Ғәйет намаҙынан һуң ҡорбан салыу мәсеттәр булған ауылдар өсөн шарт, әгәр ауылда мәсет юҡ икән, ундағы кешеләр ҡорбанлығын иртәрәк (мәҫәлән, иртәнге 7-8 һ.б. сәғәттәрҙә лә) сала ала. Әгәр ауылда мәсет рәсми рәүештә асылмаһа ла, әммә унда йомалар, ғәйеттәр уҡыла икән, ул ауылда йәшәүсе кешеләр инде ҡорбанды ғәйет намаҙынан һуң ғына сала.

-Ҡорбан итен нисек бүлергә?

-Ҡорбан итен кеше ғаиләһенә бөтөнләй ҡалдырһа ла рөхсәт. Бөтә итен кешегә, мохтаждарға таратып бирһә лә, кеше (ҡунаҡ) саҡырып ашатһа ла була. Ғалимдар иһә ҡорбан итен 3 өлөшкә (бер өлөшөн – ғаиләһенә, 1 өлөшөн – кешегә таратырға, 1 өлөшөнә ҡунаҡ саҡырырға) бүлергә тәҡдим итә. Итте күберәк кешегә таратһаң, сауабы ҙурыраҡ.

Әгәр кеше ҡорбан салырға ниәтләнеп, мөмкинлеге булып, ҡорбан малын алып, 3 көндә (ғәйет көндәрендә) ҡорбан салмаһа, уның өҫтөндә ҡорбан салыу бурысы ҡала. Аҙаҡ салһа, был ҡорбандың итен үҙе (ғаиләһе) ашамай - тотошлайы менән кешегә тарата. Ә итте кешегә таратыуҙың хикмәте - ғәйет көнөндә ауыр хәлдәге кешеләрҙең хәленә инеп, уларҙы байрам иттереү, туйҙырыу, мохтаждарҙы ҡыуандырыу, кешегә ҡарата иғтибарлы булыу, үҙеңдә мәрхәмәтлелек тәрбиәләү.

-Ҡорбанға ниндәй (сифат яғынан) малды салырға?

-Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. әйтә: “Аллаһы Тәғәлә яҡшы зат һәм Ул тик яҡшыны ғына ҡабул итә. Шуға күрә ҡорбан малы һайлағанда иң яҡшы малды һайлар кәрәк. Мал зәғиф, сатан, һуҡыр, үтә ябыҡ, ауырыу булһа, ярамай.

-Мал көйҙөртөлгән булһа, ҡорбанлыҡҡа ярамай, тиҙәр, был дөрөҫмө?

-Юҡ, көйҙөртөлгән мал тағы һәйбәт, сөнки көйҙөртөүҙең төп маҡсаты – итттең тәмен яҡшыраҡ итеү бит.

-Мөгөҙө һынһа ла барамы?

-Бара, мөгөҙҙөң булыу-булмауы иттең сифатына йоғонто яһамай бит.

-Кешеләр инәүле мал ярамай, тип ебәрә...

- Әгәр малдың ҡолағының яртыһынан күбеһе инәү һалам тип ҡырҡылған булһа, ярамай. Әгәр яртыһынан аҙырағы, өстән бер өлөшө ҡырҡылһа – ярай, ҡойроҡҡа ла ошо ҡағиҙә ҡағыла. Мәҫәлән, бәғзе берәүҙәр һарыҡтың йөнөнә таҫмалап тороп үреп инәү һала – был да ярай, сөнки итенә йоғонто яһамай.

- Ала һарыҡ, ҡара һарыҡ ҡорбанға ярамай, тип ҡаңғырыусылар ҙа бар...

- Һарыҡтың, малдың төҫө ҡорбанлыҡҡа йоғонто яһамай – ниндәй булһа ла бара. Бая әйткән хәҙискә таянһаҡ, аҡ төҫтәге һарыҡ яҡшыраҡ, сөнки аҡ, матур һарыҡ – күҙ ҡыуанысы, әммә был башҡа төҫтәге мал ҡорбанлыҡҡа ярамай, тигәнде аңлатмай.

- Әгәр бер кеше нәҙер әйтте, ти (мәҫәлән, ошо сирҙән имен-аман ҡотолһам, ҡорбан салам, тип)... Һәм ул ошо ҡорбан салыуын ғәйет көндәрендә башҡарырға булып китһә...

-Әгәр кеше нәҙер әйткән икән – үтәргә тейеш, әммә Ҡорбан ғәйете көндәрендә түгел. Кеше ошо көндәрҙә башҡа төр ҡорбандарын сала икән (нәҙер, аҡиҡа) был барыбер важибтан китә, сөнки ҡорбан алырға, салырға мөмкинлеге бар, тигән һүҙ. Важиб ҡорбанды салырға мөмкинлеге була тороп, уны үтәмәү дөрөҫ түгел.

-Зөлхизә айының тәүге 10 көнө - изге, матур көндәр, тинек – был ниҙән?

- Ошо көндәрҙә эшләнгән изге ғәмәлдәр ныҡ сауаплы. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйтә: “Зөлхизәнең тәүге 10 көнөндә ҡылған изге ғәмәлдәрҙән башҡа Аллаһҡа яҡын, һөйкөмлө бер ғәмәл юҡ”. Шуға күрә ошо көндәрҙә изгелектәр ҡылырға ашығығыҙ: ураҙа тотоғоҙ, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ, мохтаждарға ярҙам итегеҙ. Тағы Ғәрәфә көнөндә (быйыл 10 август) ураҙа тотоу ныҡ сауаплы – алдағы һәм һуңғы бер йылдың гонаһтарын юя. Шулай уҡ ғәйет көндәрендә һәр фарыз намаҙҙан һуң тәкбир ( АЛЛАҺУ ӘКБӘР. АЛЛАҺУ ӘКБӘР. ЛӘ ИЛӘҺӘ ИЛЛӘЛ-ЛАҺУ ҮӘЛ- ЛАҺУ ӘКБӘР. АЛЛАҺУ ӘКБӘР) әйтер кәрәк. Берҙе әйтһәң дә була, күберәк әйтһәң, тағы сауаплы.

-Ғәйет намаҙына нисек килергә?

- Ғәйет намаҙы – важиб. Зөлхизәнең 10-сы көнөндә, хажиҙар Ғәрәфәнән төшкәс, үтәлә. Беҙгә лә важиб. Ғәйет көнөндә ғәйет намаҙы ҡояш ҡалҡҡандан алып зәүәлгә (ҡояш зенитта торғанға) тиклем уҡыла. Әгәр берәй сәбәп менән йәмәғәт ғәйет намаҙын тәүге көндә уҡымаһа, икенсе көндә уҡый. Әгәр берәй кеше ғәйет намаҙын ҡалдырҙы икән – бүтән ваҡытта ҡаза ҡыла алмай. Ғәйет намаҙына сығырҙан алда ғөсөлләнеп, матур кейемдәр кейеп, иртән торғас бер нәмә лә ашамай килеү сөннәт. Мәсеткә барғанда тәкбир (алда әйтелгәнсә) әйтеп барыу яҡшы. Мәсеткә килгәс, бер ниндәй нәфел намаҙы уҡылмай, тәкбирҙәр әйтелә. Ғәйет намаҙын уҡығас, берәй нәмә ашап алыу сөннәт. Шунан ҡорбандар салына.

- Ҡорбанды кемдән салдыртыу яҡшы, беҙҙең халыҡта сөннәтһеҙ, тәһәрәтһеҙ ирҙәрҙән салдырыу ярамай, тигән фекер йәшәй...

- Ҡорбан салыу – ғибәҙәт, Аллаһҡа яҡынайыу. Шуға уны үҙ ҡулығыҙ менән салыу хәйерле. Имамды, мулланы - кемделер көтөргә кәрәкмәй. Тәһәрәт булһа, һәйбәт, сөннәтһеҙ ир-ат салһа ла бара - сөннәтле булыу шарт түгел.

- Ғәйет көндәрендә берәү ҡорбан салды, әммә кеше саҡырып ашатырға ваҡыты, форсаты булманы, ти...

- Иң мөһиме, ошо 3 көндә салыу. Ҡасан ашатыуы – үҙенән. Бер ярты йылдан ашатһа ла була. Нәҡ ошо көндә ашатыу кәрәк, тигән шарт юҡ. Ҡунаҡ йыйып ашатыу шарт түгел, кәрәк икән, теләһә, итен тотош таратып та бирә ала, үҙенә лә ҡалдыра ала, тинек.

- Бәғзеләр ҡорбанлыҡ аҡсаны фәләнгә, мәсеткә бирәм дә ҡуям, ти...

- Аллаһҡа ҡорбандың ите лә, йөнө лә барып ирешмәй. Уға кешенең тәҡүәлеге, ихласлығы барып ирешә. Аҡса ҡорбанды, ғибәҙәтте алмаштырмай. Был ғибәҙәтте үҙеңә үтәр кәрәк. Әгәр һарыҡлыҡ аҡсаны мәсеткә йәки башҡа кешегә бирһәләр, улар ошо аҡсаға һарыҡ һатып алып, барыбер ҡорбан салырға тейештәр.

- Ҡорбан малын алғанда һатыулашырға яраймы?

- Ярай. Әммә һатыусы ла, һатып алыусы ла риза булып ҡалһа, тағы ла шәп!

- Ғәйеткә нисәлә барырға?

- “Әбделмән” мәсетендә ғәйет намаҙы 11 августа 10.00 сәғәттә башлана. Алданыраҡ килеү хәйерле. Ҡорбан ашатыу иһә 12 августа “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры эргәһендә иртәнге 11.00 сәғәттә ойоштороласаҡ. Унда ололар, балалар өсөн дә ярыштар уҙғарыласаҡ. Балаларҙы батуттар, татлы мамыҡ көтә. Ҡорбан салып, йәмәғәткә ашатырға теләгәндәр беҙҙең менән алдан бәйләнешкә инһен (ошо телефонға шылтыратып: 89373245694), мәсеткә килеп алдан һөйләшһен. 13 августан мәсеттә балалар (7-12 йәшлектәр) өсөн лагерь эшләйәсәк. Быйыл лагерға балаларҙы ҡабул итеү ҡатмарлашты – Ҡөрьән уҡып, сүрә ятлап, видеоны “Фурҡан” төркөмөнә («Бәйләнештә» сайтында) ҡуйырға кәрәк - ошо заявка була.
Читайте нас: