Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 16:06

Зәңгәр беретлылар байрамы

2 август - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Десантсыларҙың быйылғы осрашыуҙары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ - район мәҙәниәт һарайы янында стела асылды. Егеттәрҙең берҙәмлеге менән йыйылған аҡсаға төҙөгәндәр стеланы. Был эште атҡарып сығыуҙа И. Аҙанғолов, А. Буранбаев, Ф. Моратшиндар айырыуса ихласлыҡ күрһәткән.

2 август - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Десантсыларҙың быйылғы осрашыуҙары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ - район мәҙәниәт һарайы янында стела асылды. Егеттәрҙең берҙәмлеге менән йыйылған аҡсаға төҙөгәндәр стеланы. Был эште атҡарып сығыуҙа И. Аҙанғолов, А. Буранбаев, Ф. Моратшиндар
айырыуса ихласлыҡ күрһәткән.
Тантанала район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов та ҡатнашты. Рөстәм Динислам улы һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп, бөгөнгө көндә районыбыҙҙа эшләп йөрөүсе ветеран десантсылырға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү ҙә ойошторолдо.
Шулай уҡ десантсылар аҡса йыйып, уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алып, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы сиктәрендә ике ғаиләгә бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерттан һуң “Урал” ФОК-ында спорт уйындары ойошторолдо. Кемдер ҡул көрәшендә көс һынаһа, кемдер бысаҡ ырғытып оҫталыҡ күрһәтте, кемдәрҙер арҡан тартты, пневматик мылтыҡтан атып мәргәнлектәрен һынаны...
Район үҙәгенән Байназарға тиклем ойошторолған автомобилдәрҙә сәйәхәт менән тамамланды был сара.
Читайте нас: