Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 16:00

Гөлназдың гөл илендә

Гөлназ менән Шәрәфулла Ҡолһариндарҙың донъяһы, май тәпәне тышынан билдәле, тип әллә ҡайҙан иғтибарҙы тарта – күркәм йорт-ҡура, гөл-сәскәле ихата, эш-көшкә тулы донъя.

Гөлназ менән Шәрәфулла Ҡолһариндарҙың донъяһы, май тәпәне тышынан билдәле, тип әллә ҡайҙан иғтибарҙы тарта – күркәм йорт-ҡура, гөл-сәскәле ихата, эш-көшкә тулы донъя.
Ҡапҡаға барып ингәс тә танауҙы ҡымыҙ еҫе ҡытыҡлай – Ҡормойҙағы ҡымыҙ йәйләүенән һаумал ҡымыҙ бында ташылып, бешелеп, һауыттарға тултырылып һатыуға сығарыла.
- 35 баш бейәбеҙҙе Айһылыу Ғиззәтуллина менән Юлиә Баймырҙина һауа, йылҡыларҙы Әхмәт Иманғолов көтә. Ғәзинур улым һөттө ташып тора, беҙ бында бешәбеҙ. Көн һайын литр ярымлыҡ 150 шешә ҡымыҙ һатып алыусыға барып етә – Иҫке Собханғолға сығарабыҙ, өйҙән дә килеп алалар. Өйҙә бешкән ҡымыҙҙы һауыттарға килен, Әлфинур, Райнур, Ишемйәр тултырыша. Ҡыҫҡаһы, ҡымыҙ эшенән берәү ҙә азат түгел, - ти Гөлназ.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6 август һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: