Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 16:10

“Инфорум” Башҡортостанда ла үтте

Үткән аҙнала Өфөлә беренсе тапҡыр РФ Журналистар союзы ойошторған белем биреү практикумы - “Инфорум” үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ойошторолоп килгән, ниһайәт, Башҡортостанға ла килеп еткән был сарала республика һәм район баҫмаларының мөхәррирҙәре, журналистар, телевидение, радио белгестәре, блогерҙар, медиаменеджерҙар ҡатнашты.

“Инфорум” “Журналистика һәм йәмғиәт” исемле форсайт-сессиянан старт алды. Унда РФ Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, “Башинформ” акционерҙар йәмғиәте директоры Ростислав Мырҙағолов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, “Комсомольская правда” холдингының социаль медиа маркетинг (SMM) буйынса кәңәшсеһе Илья Лочканов сығыш яһаны. Сессияның модераторы – яҡташыбыҙ, РФ Журналистар союзы секретары Юлиә Заһитова.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 2 август һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: