Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 11:50

Бөрйәндәр ҡайҙа ла – беренсе!

2 августа һауа-десант ғәскәрҙәре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Элиталы тип нарыҡланған был төр ғәскәрҙәрҙә, билдәле, һаулыҡ, тәртип яҡтары ла иң-иң булғандар ғына хеҙмәт итә.Бөрйәндәр ҡайҙалыр һынатып торһа, бөрйән буламы?!

2 августа һауа-десант ғәскәрҙәре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Элиталы тип нарыҡланған был төр ғәскәрҙәрҙә, билдәле, һаулыҡ, тәртип яҡтары ла иң-иң булғандар ғына хеҙмәт итә.
Бөрйәндәр ҡайҙалыр һынатып торһа, бөрйән буламы?!
Яуымбай егете Илнур Исрафил улы Хәйбуллинды ғына алайыҡ. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ инде бишенсе тапҡыр тотош Рәсәй күләмендәге чемпионаттарҙа беренселекте бирмәй.
Быйыл, мәҫәлән, 23 апрелдә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһындағы “Терскол” тау әҙерлеге һәм һынау үҙәге базаһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең ҡышҡы өскөрәш (троеборье) буйынса чемпионаты үтеп, унда Үҙәк хәрби округ вәкиле булараҡ беҙҙең яҡташыбыҙ Илнур Хәйбуллин ҡатнашып, тотош федерация кимәлендә шәхси беренселектә 1-се урын алыуға өлгәшә.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 2 август һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: