Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 12:30

Уңғандың ҡулы ете

Әнүзә Манапова Мәндәғол ауылы тирәһендә Ағиҙел йылғаһы буйлап ағыусы туристар өсөн күптән таныш. Райпо системаһында 22 йыл һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әнүзә бер ҙә өйөндә тик ятыуҙы хуп күмәй – ҡош-ҡортон да үрсетә, ваҡ малын да ҡарай, һыйырының ағынан да өҙөлмәй.

Әнүзә Манапова Мәндәғол ауылы тирәһендә Ағиҙел йылғаһы буйлап ағыусы туристар өсөн күптән таныш. Райпо системаһында 22 йыл һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әнүзә бер ҙә өйөндә тик ятыуҙы хуп күмәй – ҡош-ҡортон да үрсетә, ваҡ малын да ҡарай, һыйырының ағынан да өҙөлмәй. Хәләле Әмир менән ихлас донъя көтә улар. Йорт хужаһы ла ҡышҡа етерлек бесәнен дә эшләп ала, һатыуға мүген дә йолҡоп әҙерләй, балыҡ тотоуға ла ваҡыт таба. Баҡсаларында үҫеп ултырған емеш-еләге, йәшелсәһе лә етәһе уларҙың.
Бына ошоларға нигеҙләнгән дә инде Әнүзәнең кәсебе. Иртә яҙҙан һыу буйлап ағыусы туристарға яңы һауылған һөт, мейестә бешерелгән икмәк, ҡымыҙ, бал, кәбеҫтә менән кәртүктән бешерелгән пирожкилар, йәшелсә тәҡдим итә.
- Таҙартылып туңдырылған йылға балығы, һарыҡ ите һораусылар күп. Биш-алты йыл эсендә әллә күпме туристар менән танышыуымдың да файҙаһы теймәй ҡалмай, ауылға килеп етер-етмәҫтән үк улар телефон аша заказдарын бирә башлайҙар, - ти ул.
Беҙ туристар туҡтай торған ергә юл тотҡанда, уларҙың бер төркөмө теҙелешеп ауылға инеп килә ине. Кемеһенә быйылғы йүкә балы, кемеһенә йомортҡа, эремсек кәрәк булып сыҡты. Гәпләш, һатыулаш... Хәс тә бәләкәй баҙар инде...
- Самауыр сәйе һорап, шунда уҡ ҡоймаҡ ҡойоп ашатыуҙы үтенеп теңкәмә тейеп бөттөләр. Быйылға килеп сыҡманы, икенсе йылға, бер нәмәгә ҡарамай, тотонормон, тием уныһына ла, - ти уңған хужабикә.
Туҡталышта тәртип һаҡланышын да күҙ уңынан ысҡындырмай Әнүзә. Ҡайҙа ҡараһаң да таҙалыҡ күҙгә ташланып тора.Туристарҙың сүп-сар ҡалдырмауҙарында өлөшө һиҙелә. Иртәрәк килгән мәлдәрҙә үҙем дә йөрөп йыя һалып сығам ҡый-һайҙы, ти бөтмөр ханым.
“КаповаТур” туристик базаһына яҡын йәшәүе лә уңайлы - йыл әйләнәһенә Әнүзәнең клиенттары кәмемәй.
Заман башҡа - заң башҡа, тип тиккә әйтмәгәндәрҙер. Баҙар системаһы заманға яраҡлашып көн итергә өйрәткәндә, Әнүзә лә ике тәгәрмәсле арбаһын ризыҡ-фәләне менән лыҡа тултырып ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем һөйрәп йөрөп, үҙ ғаиләһенең йәшәү кимәлен яҡшыртырға тырыша. Балаларына ярҙам итә сос, өлгөр ҡатын.
Һуңғы бер нисә йыл рәттән ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе был ханымдың эшһөйәрлеге, кеше менән аралаша белеү тәжрибәһе лә бөгөнгө кәсебендә сағыла.
Уңғандың ҡулы ете, тиҙәр. Был мәҡәл тап Әнүзә кеүектәр хаҡындалыр.
Читайте нас: