Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2019, 12:30

Көрт мәленә - көртмәле

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиеүҙәре раҫтыр: ошо миҙгелдә уңғандар үҙ ғаиләһе өсөн генә түгел, һатып бер аҙ ғаилә бюджетын нығытыуға ла емеш-еләген йыйып өлгөрә.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиеүҙәре раҫтыр: ошо миҙгелдә уңғандар үҙ ғаиләһе өсөн генә түгел, һатып бер аҙ ғаилә бюджетын нығытыуға ла емеш-еләген йыйып өлгөрә.
Үткән кесаҙнала баҙарға емеш-еләк йыйып килтереүселәр бихисап булды. Ҡурғашлы уңғандары - Әлиә Исмаҡова ике ҡыҙы – Нурсилә һәм Анастасия менән көртмәле һатырға килгән. Ауылдаштары Фирүзә Салауатова ла биҙрә-биҙрә көртмәле тәҡдим итә.
- Емеш–еләк һатып ҡына 20-30 меңдән ашыу аҡса эшләнем, баҙар һайын киленде инде, - ти Әлиә.
Фирүзә лә: «Еләк, көртмәлебеҙ үтмәй ҡалғаны юҡ, биҙрәләр буш, кеҫә бер аҙ ҡалынайып ҡайта. Көртмәленең 5 литрлыҡ биҙрәһен мең ярымға һаттыҡ», - ти, ҡәнәғәт йылмайып.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 июль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: