Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 17:59

Моряктар байрам итте

28 июль – Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең хәрби ҡеүәте артыу өҫтөндә. Хәрби-диңгеҙ флоты ла көсәйә, нығына.

28 июль – Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең хәрби ҡеүәте артыу өҫтөндә. Хәрби-диңгеҙ флоты ла көсәйә, нығына.
Был дата районда быйыл айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды – район үҙәгендә хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә стела асыу тантанаһы үтте.
- Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты тарихы Петр I батшалыҡ иткән заманға барып тоташа. Бөгөн илебеҙ хәрби-диңгеҙ флоты державаһы кимәленә күтәрелде. Беҙ бының менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Диңгеҙ флоты Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғо, үҫеше йәһәтенән дә мөһим урын алып тора.
Беҙҙең Бөрйән егеттәре лә диңгеҙ флотында лайыҡлы хеҙмәт иттеләр һәм итәләр. Моряктарҙың берҙәмлеге ҡыуандыра. Бөгөн асыласаҡ стела өсөн аҡса дәррәү йыйылды, район да был изге эштән ситтә ҡалманы. Стела бөгөнгө һәм киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бик әһәмиәтле, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: