Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 11:24

Ғаилә таяныс булғанда

Һәр кем бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Әммә, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Һәр кем бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Әммә, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Ҡолғана ауылында йәшәүсе егәрле, булдыҡлы йәш ғаилә Илсур һәм Сөмбөл Айытбаевтарҙың танышыу тарихы бик үҙенсәлекле. Улар барлығы ике тапҡыр осраша, өсөнсө осрашыуҙа Илсур: “Мин һине кәләш итеп алам”, - ти. Уға ғүмерлек юлдашы тап Сөмбөл булырын аңлау өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Тәүәккәл егеткә: “Һин килһәң, юҡ, тип әйтәм”, - тигән Сөмбөл дә әсәһенең: “Беренсе әйттерергә килгән кеше менән фәрештә килә”, - тигән фатиха һүҙҙәренән һуң кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Кейәүгә сығырға һис уйламаған ҡыҙҙы әсәһе тәүҙә “Ҡыҙым, кейәүгә сығырға йөрөйһөң икән”, - тип тә аптырата. Вәсимә апайға был һөйөнөслө хәбәрҙе егеттең ауылында йәшәгән Альмира апайҙары еткерә.
- Аллаға шөкөр, үкенмәйем, мөхәббәт тарихы булмаһа ла, мөхәббәт емештәребеҙ бар, - тип сабыйын һөйә Сөмбөл.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: