Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2019, 11:25

“Төп маҡсат – халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итеү”

Йәлил Бәшәров – районыбыҙҙа уңышлы ғына эшләүсе эшҡыуарҙарҙың береһе. Белорет ҡалаһында үҫһә лә, сығышы менән Яуымбай ауылынан булған булдыҡлы уҙаман эшҡыуарлыҡ менән 1995 йылдан шөғөлләнә. Бөрйәндә магазиндар тота башлауына ла байтаҡ ваҡыт үткән – был тармаҡта 2007 йылдан.

Бөгөн район үҙәгендә Йәлил Йәмил улының 4 магазины эшләй. Салауат урамына ҡараған ике ҡатлы бинаның тәүге ҡатында аҙыҡ-түлек һатылһа, икенсе ҡаты көнкүреш тауарҙары өсөн тәғәйенләнгән. Ленин урамындағы һәм Баҙал биҫтәһендәге магазиндарҙа ла аҙыҡ-түлек менән сауҙа итәләр. Хәйер, магазиндар тураһында тәфсирләп яҙырға ла кәрәкмәйҙер - “Иҙел” тип исемдәрен атау ғына ла күпте һөйләй.
- Коллективыбыҙ формалашып бөттө, тиерлек. Татьяна Нәҙершина, Айгөл Кульчикова, Светлана Жаворонкова, Таңһылыу Сирбаевалар беҙҙә оҙаҡ ҡына эшләй. Ләйсән Зәйнуллина мәктәптә уҡыған сағында апаһына ярҙамға килә торған ине, хәҙер үҙе һатыусы. Гөлшат Баймырҙина Баҙал биҫтәһендәге магазинда эшләй, тик уға әлегә алмашҡа һатыусы таба алмайбыҙ. Шулай уҡ әле 1-С операторы ла талап ителә, - ти Йәлил Йәмил улы.
Магазиндарға тауарҙы өлөшләтә илтеп биреүселәр аша алдырһалар, төп өлөшөн эшҡыуар үҙе ташый. Аҙнаһына берҙе Өфөгә, икене Белоретҡа барып килә. Ҡайһы берҙә тауар артынан хәләле Әлфиә Әлфир ҡыҙы юллана. Әйткәндәй, документ эштәрен дә ул алып бара.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: