Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 12:00

Еләге лә еләге!

Беҙҙең халыҡ та Аллаһ биргән емеш-еләген йыйып, үҙе үҫтереп һатып та, ғаилә бюджетын тулыландырырға, юҡтан бар яһарға өйрәнеп бара, шөкөр.Кесе йома баҙарында ла, былай көндәрҙә лә биҙрә-биҙрә емеш тәҡдим итеп тороусылар бихисап.

Беҙҙең халыҡ та Аллаһ биргән емеш-еләген йыйып, үҙе үҫтереп һатып та, ғаилә бюджетын тулыландырырға, юҡтан бар яһарға өйрәнеп бара, шөкөр.
Кесе йома баҙарында ла, былай көндәрҙә лә биҙрә-биҙрә емеш тәҡдим итеп тороусылар бихисап.
Мәҫәлән, үткән баҙарҙа ғына еләк-емеш һатыусылар байтаҡ ине.
Исламбайҙан Гөлсинә Алтынбаева ошо арала һәр баҙар һайын 5 литрлыҡтан 4 биҙрә турғай еләген һата. Биҙрәһен 2 мең һумға ла алып бөтәләр, бәғзе саҡ 1800 һумға ла биреп ебәрәм, бына бөгөн 1 генә биҙрәне һатырға ҡалды, ти еләк һатып ҡына 25 мең һум аҡса эшләгән Исламбай уңғаны. Бәй, биш балалы ҙур ғаиләгә был сумма ярап ҡына ҡала – әле бер улын мәктәпкә әҙерләгән, икенсеһе сират көтә. Ошо уҡ ауылдан Айгүзәл Ибраһимова ла баҙарға икенсе тапҡыр килгән. Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназияла уҡыусы ҡыҙ тәүҙә 5 литрлыҡ биҙрәһен мең ярымдан һатып, 6 мең һум аҡса эшләгән, бөгөн иһә 5 литрлыҡтан 3 биҙрә турғай еләге килтергән.
Эйе, йәйҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышыусылар күп: Исламбайҙан Филиә, Мәрғиә апай Ғәлиуллиналар, Килдеғолдан Рима Ғиләжева, Мораҙымдан Нәфисә, Фирүзә Тулыбаевалар ҙа буш ҡул менән килмәгән – биҙрәләре тулы, һатып алыусылары күп.
Еләк йыйыу ҙа рәхәт эш түгел. Бигерәк тә турғай еләген. Әммә районыбыҙ уңғандарының ошо ниғмәтте үҙ ғаиләләренә лә етерлек әҙерләп, артҡанын кеше менән бүлешеүе – һатып аҡса эшләү мөмкинлеге табыуы бик хуп ғәмәл.
Читайте нас: