Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 13:04

Бер ҡатлылыҡ бурлыҡтан яман…

Эй-й ошо халыҡ мәҡәлдәренең аҡылы, һәр заманда ла актуаллеге! Әйтерһең, йор һүҙле, салт аҡыллы аҡһаҡал, ағинәйҙәребеҙ быуаттар аша бөгөнгө тормошобоҙҙо үтә күреп торған да, мәҡәл аша кинәйәләп бәлә-ҡазанан, аңһыҙ хәтәренән ҡурсырға теләгән.Бынауы мутлашыуҙы әйтәм әле.

Эй-й ошо халыҡ мәҡәлдәренең аҡылы, һәр заманда ла актуаллеге! Әйтерһең, йор һүҙле, салт аҡыллы аҡһаҡал, ағинәйҙәребеҙ быуаттар аша бөгөнгө тормошобоҙҙо үтә күреп торған да, мәҡәл аша кинәйәләп бәлә-ҡазанан, аңһыҙ хәтәренән ҡурсырға теләгән.
Бынауы мутлашыуҙы әйтәм әле. Заман заңына, хатта көнитмешебеҙҙең бер бәләһенә әйләнде бит: тегендә алдайҙар,бында сәлдерәләр, төп башына ултырталар, йомшаҡ ҡына йәйеп ҡатыға ултыртыу осраҡтары бихисап.
Быныһы – Себер тарафтарында йәшәгән бер таныш ханым менән булған хәл...
«Бер мәл таңғы 05.00 тирәһендә өйҙәге телефонға шылтыраталар. «Мин Фәлән Фәлән улы, полиция майоры. Һеҙҙең улығыҙ (улы Рәлиф ул саҡта Төмәндә институтта уҡый ине) ДТП-ға осраған һәм... Бер ҡыҙҙы тапаған... Үкенескә күрә, ул ҡыҙ үлгән. Ул ҡыҙ берәүҙәрҙең берҙән-бер бөртөк балаһы... Һеҙҙең хәлде лә аңлайым, шуға, икенсе смена килмәҫ борон, һеҙгә ярҙам итергә теләйем. Әгәр ҙә минең иҫәпкә 200 мең аҡса күсерһәгеҙ, мин, үҙемдең бәйләнештәремде файҙаланып, һеҙҙең улығыҙҙы төрмәнән йолоп ҡала алам...»
Көтөлмәгән хәбәрҙән ултыра төштөм. Ҡан баҫымым китте күтәрелеп. Төнөн иң яҡын әхирәттәремә шылтыратып, күпме аҡсалары бар – шунса тотоп миңә килергә ҡуштым. Ул арала, утҡа кәрәсин өҫтәп, баяғы өй телефонынан шылтыраталар. Трубканың теге осонда улым илай: «Әсәй, мин бәләгә тарыным, миңә ярҙам ит...» - ти. Ҡот осто, тиһәң, үтә йомшаҡ була. Миндә истерика башланды. Теге «майор» минең менән бәйләнешен юғалтмай: «Тиҙерәк аҡса һалығыҙ, һеҙгә банкомат алыҫмы, икенсе сменаға тиклем эште хәл итмәһәк, эштәр хана», - ти.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең йома, 26 июль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: