Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Ошоно көндәлек тормошобоҙ үҙе раҫлай килә лә инде.
Ғибрәт-фәһем, аҡыл алғың килһә, ситкә сыҡ, тип өйрәткән ата-бабалар. Кемдең кемлеген, эштең дәүмәлен билдәләр өсөн дә сағыштырыу кәрәк.
Күрә йөрөйбөҙ: ниәт иткәндәр, эшләгәндәр, бер урында тапанмағандар, заман менән ҡатар атлағандар барыбер нимәгәлер өлгәшә, башҡаларға үрнәк булыр дәрәжәгә күтәрелә.
Ни сыҡһа ла, ошо ҡыпсаҡтарҙан сыға (яҡшы мәғәнәлә) тигән әйтем хәҙер, халыҡ телендә ҡалыплашып, үҙе үк фольклорға әйләнеп бара.
Ауылға ингән ергә, бейек тау башына, ауыл хакимиәте эргәһендәге биләмәгә Башҡортостандың флагтарын элеп ҡуйһындармы, ҡаршылағы тау башына «Голливуд» тигән һымаҡ итеп елле хәрефтәрҙе баҫтырып «Ҡыпсаҡ» тип яҙып ҡуйһындармы, һалдат оҙатҡан тауға тимер башлы гәпнамә (беседка) эшләп, эргәһенә өс бағанаға флагтар елберләтеп ҡуйһындармы, ауыл хакимиәте, мәсет эргәһенә, урамдарға баннерҙар элеп, уларға бик йөкмәткеле хәҙистәр яҙып ҡуйһындармы, республика конкурстарында аҡса, грант отоп, кеҫә яғын байытһындармы – барыһын да булдыралар ҡыпсаҡтар.
Биләмә бөгөн нисек йәшәй, үҙе етәкселек иткәндә нимәгә өлгәшкәндәр, киләсәккә пландар ниндәй – Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Нур Булат улы Усманов менән әңгәмә ошо хаҡта.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 23 июль һанынан уҡығыҙ.