Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 20:01

Йөрьәт итһәң, йөрәк етә!

Электрон почтабыҙға, Баймаҡ районында Бөрйән егеттәре һыуға батып барған 8 йәшлек баланы ҡотҡарған, тигән хәбәр килгәс, ошо хәлде бәйән итеү маҡсаты менән Иҫке Собханғол ауылында Йәшәүсе Илдар Юламанов менән Марсель Ҡарамырҙинды редакциябыҙға саҡырҙыҡ.

Электрон почтабыҙға, Баймаҡ районында Бөрйән егеттәре һыуға батып барған 8 йәшлек баланы ҡотҡарған, тигән хәбәр килгәс, ошо хәлде бәйән итеү маҡсаты менән Иҫке Собханғол ауылында Йәшәүсе Илдар Юламанов менән Марсель Ҡарамырҙинды редакциябыҙға саҡырҙыҡ.


Үткән шәмбелә егеттәр ғаиләләре менән Талҡаҫ күле буйына ял итергә бара. Иртәгәһе көнөнә ҡайтырға тип, әйберҙәрен төйнәп, йыйынып бөткәндә, яр буйында ҡаңғырышҡан, ҡысҡырышҡан тауыштарға иғтибар итәләр. Баҡтиһәң, ҡапыл ғына килеп сыҡҡан көслө ел, күлдә ҙур-ҙур тулҡындар барлыҡҡа килтереп, тын тултырылған матраста йөҙөүселәрҙе һыуға һелтәгән. Оҙаҡ уйлап тормай, Марсель менән Илдар бәләгә тарыусыларға ярҙамға ташлана.


- Ҡараһаҡ, ярҙан 100 метр тирәһе алыҫлыҡта, ҡамышлыҡтар артында, батып барған 2 кеше күренә. Тын тултырылған матраста йөҙөп киткәндәр ҙә, түңкәрелгәндәр, тулҡындар бер метрҙай бейеклеккә күтәрелә ине. Ел ҡапыл ғына сыҡты. Мин тура йөҙөп киттем, ҡәйнеш машинанан кәмәне һөйрәп алып, ярға ташланды. Беҙҙән алда тағы бер егет (аҙаҡ асыҡланыуынса, Магнитогорскийҙан Никита исемле егет) йөҙөп китте, ул яр ситендәрәк тора ине, алданыраҡ барып еткән, - ти Марсель.


Илдар, үҙе лә һиҙмәҫтән нисәлер секунд эсендә машинаға тейәлгән кәмәне алып, ҡамышлыҡтар яғына ҡарай ишә башлай. Ҡапыл күтәрелгән елдән барлыҡҡа килгән тулҡындар ишкәк менән ишергә бирмәй, күпме тырышһа ла, тиҙ генә барып етерлек түгел.


- Тәүҙә һыуҙағы бәләкәс бер кәмәгә ултырған инем, ҡуҙғалып китеп өлгөрмәнем, апайым үҙебеҙҙең кәмә менән йөҙ, тип ҡысҡырҙы. Моторлы кәмәне һөйрәп килгәнсе ваҡыт үтә, тип уға теймәнек тә, бензинын да ҡойоп алған инек инде. Кәмәһеҙ унда бер нәмә лә эшләп булмай ине. Мин аптырайым, ул Никита нисек йөҙөп барып еткәндер, сөнки ел ныҡ көслө, тулҡындар йөҙөүсене ҡаплай ҙа ҡуя ине. Барып етеүен етте, тик хәле бөтөп бара ине инде. Ней эргәһенә барып етеп булмай, ел кәмәне 1-2 метрға алып китә лә бара. Шулай ҙа, нисектер бер ҡулы менән кәмәгә тотондо, икенсе ҡулы менән малайҙы тотто. Никита барып етмәһә, бала бата ине. Тәүҙә Маскаленко Клим исемле егет тә уны тотоп торған, сөнки улар икеһе бергә торалар ине. Аҙаҡ теге егетте йөҙөп сыҡҡандыр, тип уйланыҡ. Һыуҙан сыҡҡас, ул юҡ икәнен аңланыҡ. Клим малайҙы бер ҡулы менән тотоп, икенсе ҡулы менән ишеп торғандыр инде, хәле бөтөп, һыу аҫтына киткәндер… Бик йәл... – ти үкенес менән Илдар.


Шулай тулҡындар менән көрәшә торғас, ярҙамға иң беренсе булып барып еткән Никита, малайҙы эләктереп алып, Илдарҙың кәмәһенә һелтәй ҙә, үҙе лә ултыра.

- Баланы тынысландырыу маҡсаты менән һөйләндереп ҡарағайным, Самвел, тип исемен генә әйтә алды, - ти Илдар.


Шулай итеп, Сибай ҡалаһында йәшәүсе 8 йәшлек Сарксян Самвел Тигран улын беҙҙең егеттәр ҡотҡарып алып ҡалалар. Ә һыу аҫтына китеп юғалған егетте, 20 йәшлек Маскаленко Клим Григорьевичты, ҡотҡарып булмай...Никитаның үҙенә лә ярҙам кәрәк була, кәмәгә ултырғас та әллә күпме һыу ҡоҫа.


Илдар кәмә менән киткәс, Марсель ҡамышлыҡтарға етәрәк туҡтап кире борола, сөнки йөҙөп барып еткән хәлдә лә үҙенә ярҙам кәрәк буласаҡ икәнен аңлай. Ярға етәрәк 30-лаған кеше ҡарап тора, өйрәтәләр, ҡысҡыралар, ә бер кем дә, хатта кәмәне ярға сығарырға ла, ярҙамға килмәй, сөнки ял итеүселәрҙең күптәре айыҡ булмай.


- Кешеләрҙең шулай битарафлыҡтарына әҙерәк өйрәнгән һымаҡ булһаҡ та, барыбер йәнгә тейҙе, - ти Илдар. Нисәмә кеше араһынан барлығы 4 кеше - малайҙың атаһы, Марсель, Илдар һәм Никита ғына һыуға инергә батырсылыҡ итә.


Һыуҙан сыҡҡас, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ, тигәнгә, егеттәр, бер нәмә лә уйламаныҡ, тик бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарырға, тигән генә уй булды, тип яуапланылар.


- Моторлы кәмәбеҙҙең бензинын ҡойоп алмаған булһаҡ, бәлки, теге егетте лә ҡотҡарырға өлгөрөр инек. Әле генә ярҙа һинең менән бергә тигәндәй йөрөгән кешенең ҡапыл юҡҡа сығыуы ҡыйын булды инде, - тиҙәр.


- Ярға сыҡҡас, малайҙың атаһы йүгереп килеп етте, ул да йөҙөргә сыҡҡан ине, олораҡ булғас, 10 метрҙан да ары китә алмай боролдо, - ти Марсель.


- Аҙаҡ кире барып, теге егетте әллә нисә сумып эҙләнек, тапманыҡ. Бәлки, табылыр, берәй ҡайҙа эләгеп булһа ла торалыр, тигән өмөт бар ине, тырышлығыбыҙ бушҡа булды. Етмәһә, һыу ҙа таҙа түгел, үлән, ылымыҡтар күп ине, - ти Илдар.


Аҙаҡ асыҡланыуынса, Клим Маскаленко ике көндән генә табыла.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге булып баланы ҡотҡарырға ынтылған егеттең ғүмере Талҡаҫта өҙөлә…


Һыуҙа үҙеңде тотоу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмайыҡ, һаҡ булайыҡ, райондаштар! Ә Марсель менән Илдарға, үҙ ғүмерҙәрен аямай, кеше ғүмерен ҡотҡарғандары өсөн афариндан башҡа ни әйтәһең?!


Б. Тимерғәлиев фотоһы.


P.S. Мәҡәләне ҡулланғанда гәзиттең сайтына һылтанма (ссылка) биреү мотлаҡ.
Читайте нас: