Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 13:50

Ауылға терәк булып йәшәй

Ауыл советы депутаты эше ижтимағи башланғыста, йәғни бушлай башҡарыла һәм өҫтәмә йөк булараҡ көс һәм ваҡыт талап итә. Шунлыҡтан был йөктө йәмғиәт эшен үҙенең шәхси эшенән юғарыраҡ ҡуйған яуаплы кешеләр генә һөйрәй ала. Иҫке Монасип ауылынан Көнәфин Иҡсан Шәмсетдин улын шулар рәтенә индерергә була.

Иҡсан Шәмсетдин улы хеҙмәт юлын 1987 йылда мәктәпте тамамлағас та ураҡта комбайнсы булып башлай. ДОСААФ буйынса водителдәр курсын тамамлау менән Совет Армияһы сафына алына. Армияла ла техниканан айырылмай. Демобилизацияланғас, йәнә колхозда йөк машинаһына ултыра. Колхоздан сығып бер нисә йыл мәктәп машинаһын йөрөткәндән һуң, 2004 йылда шәхси эшҡыуарлыҡ эшен башлай. Иҫке Монасип һәм Нәби ауылдарында магазиндар асып, халыҡҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтереп һатыуҙы ойоштора.
- Шәхси эшҡыуарлыҡ эшен үҙаллы үҫеш, етеш йәшәр өсөн астыҡ, - ти ул. – Үҙемдең һәләт, ынтылыш ауыл хужалығы тауарҙары етештереүгә тартҡанлыҡтан, магазиндарҙы ябып, крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәрҙек. Әлеге көндә 20 баштан артыҡ һыйыр малыбыҙ бар. Бынан тыш заказ буйынса таҡта, брус бысабыҙ, буралар бурайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 июль, шишәмбе һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: