Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 13:44

Ҡыҙҙар ҡайтты Ҡотанға

Беҙҙең һәр кемебеҙ тәүләп тәпәй баҫҡан тыуған ерен, тыуған йортон һәр саҡ һағыныуҙар аша иҫкә алалыр. Тыуған нигеҙ һәр кемде үҙенә саҡырып тора. 6 июль көнө Ҡотан ауылы ла үҙ ҡыҙҙарын ҡаршы алды.

Беҙҙең һәр кемебеҙ тәүләп тәпәй баҫҡан тыуған ерен, тыуған йортон һәр саҡ һағыныуҙар аша иҫкә алалыр. Тыуған нигеҙ һәр кемде үҙенә саҡырып тора. 6 июль көнө Ҡотан ауылы ла үҙ ҡыҙҙарын ҡаршы
алды.
Үҙҙәренең бала саҡта һыу ингән, йәш саҡтарҙа әхритә һуҡҡан ерҙәрен һағынып ҡайтып, бер күрешеп китер өсөн йыйылды ҡатын-ҡыҙҙар. Иртәнге сәғәттәрҙә тәмле бәлештәрен бешереп алырға өлгөргән ҡыҙҙар, ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, хәл-әхүәлдәр һорашып, күрешеп алғандан һуң, сараның тантаналы өлөшө башланды. Сәләмләү һүҙҙәренә ҡушылып, ауыл һәүәҫкәрҙәре матур концерт программаһы тәҡдим итте. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Ҡотан ауылы депутаты Рәфҡәт Ғәҙелшин килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан Рәмилә Хөснөтдинова, Миңлегөл Ғәлина, Земфира Хисмәтуллина, ауылдаштарын ҡотлап, ошо сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, яҡты баласаҡ, йәшлек хәтирәләре менән бүлеште. Тантаналы өлөш “Мәтрүшкәләр йыры” һәм һәр килгән ҡунаҡҡа һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын булған Арҡа яланынан йыйылған хуш еҫле мәтрүшкәләр буләк итеү менән тамамланды.
Йырлап-бейеп, күңелдәре күтәрелгәс, ҡатын-ҡыҙҙар мәсеткә юл алды, һәр береһе хәйер һалғас, Зөлфиә Ғәлина мәсет тураһында һөйләне, уның эш барышы менән таныштырҙы. Һәр йома мәсетебеҙҙең буш тормауын, ауыл халҡының яйлап иманға ҡайтыуына һөйөнөүен белдерҙе. Ауылдың имамы Миңнур ағай аят ашында булыу сәбәпле, Рәсимә Нәҙершина әрүахтар рухына бағышлап аят уҡыны.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең (16 июль) 57-се һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: