Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 16:00

Һыу хатаны ғәфү итмәй!

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 42 кеше батып үлгән, шуларҙың 5-әүһе – балалар.Һыу ятҡылыҡтарында нисек итеп хәүефһеҙ ял итергә – ошо юҫыҡтағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 42 кеше батып үлгән, шуларҙың 5-әүһе – балалар.
Һыу ятҡылыҡтарында нисек итеп хәүефһеҙ ял итергә – ошо юҫыҡтағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.
- Быйыл һыу инеү миҙгеле нисек үтә?
- Үкенескә күрә, һыу инеү миҙгеле башланғандың тәүге көнөндә Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында 7 йәшлек бала батты. Аҙна һайын һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтар статистикаһы өлкәндәр һәм балалар үлеме менән бәйле яңынан-яңы осраҡтар менән тулылана.
Июлдә бер аҙнала ғына 11 кеше батып үлде. Иң эҫе көндәр осоро әле үтмәгән. Йыл һайын нәҡ ошо мәлдә һыуға батып үлеүселәр һаны арта.
Бөтә был бәхетһеҙ осраҡтар һыу инеү өсөн махсус ҡулайлаштырылмаған урындарҙа булған. Шуға күрә махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына һыу инер кәрәк.
Республикала 75 пляж эксплуатацияға тапшырылған. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуын БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайтына инеп, интерактив картала ҡарарға мөмкин.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң " гәзитенең 16 июль һанынан уҡығыҙ
Читайте нас: