Район сигендә ятҡан мәһәҙейҙәр, арыраҡ яуымбайҙар, урта тошта монасиптар гөрләтеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, ауылдарын танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп, туған-тыумасаһы, ауылдаштары менән бер күрешеү үҙе бер ғүмер, тип бер һелкенеп, дәртләнеп алғайны, июлдең ҡыҙыуында ғәҙелгәрәйҙәр ҙә ҙурҙан ҡупты – байрамдың олоһон үткәрҙе.
Тәүҙә мәсеттә ауылдың абруйлы кешеһе, оҙаҡ йылдар имам-хатиб булып эшләп, хаҡ динебеҙҙе ауылдаштарына еткереү өсөн ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәгән, ауыл тормошоноң эсендә ҡайнап йәшәгән диндар Фәрит ағай Әхмәтйәнов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы И. Сәйфетдинов мәсет эргәһенә йыйылған халыҡты байрам айҡанлы тәбрикләне.
Ауыл мәсетенең имам-хатибы Салауат Әсиғолов мәрхүмдең рухына Ҡөрьән аяттары бағышланы, байрамға фатихаһын бирҙе: “Фәрит ағай динебеҙҙе, уның менән бергә халҡыбыҙҙы күтәрҙе. Яңыраҡ вафат булған Рәмил Хәлиуллиндың тамырҙары ла ошо ауылға килеп тоташа. Ул Фәрит ағай менән бик дуҫ булды. Гел генә мәсеткә ярҙам итте. Уның һуңғы изге эше булып мәсет манараһында ай балҡый”, - тине.
Фәрит Әхмәтйәнов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу хоҡуғы уның ейәне Раян Таһир улы Әхмәтйәновҡа бирелде. Үҙҙәренең ауыл аҡһаҡалын ололауҙан баш алған сара артабан да юғары рухта дауам итте.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 июль һанынан уҡығыҙ.