Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 11:25

Үҙ эшенә мөкиббән

Үҙ эшенә мөкиббәндәр генә хеҙмәт уңыштарына өлгәшә, юғары үрҙәр яулай, үҙе һәм тотош донъя менән гармонияла йәшәй.

Үҙ эшенә мөкиббәндәр генә хеҙмәт уңыштарына өлгәшә, юғары үрҙәр яулай, үҙе һәм тотош донъя менән гармонияла йәшәй.
Иҫке Собханғол ауылының уңған почтальондарының береһе Гүзәл Дамир ҡыҙы Тренкина – нәҡ шундайҙарҙан. Ҡасан ҡарама - олоғара сумкаһын тотоп йүгереп китеп бара, ҡасан ҡарама – кеше араһында. Ошо сифаттары уға эшендә алғыр, донъяһында өлгөр, тормошта йылғыр булырға ярҙам итә лә инде. Кем әйтмешләй, бүрене аяғы туйҙырғандай, почтальонды ла аяҡтары туйҙыра: йөрөмәһәң, кешенең йөрәгенә үтеп, әйҙә, теге-был баҫмаға яҙыл, тип әжеүәләмәһәң, һөҙөмтә насар.
Ә Гүзәл Тренкина һәр ваҡыт барыһына ла өлгөрә – Иҫке Собханғолдоң бер осонан икенсе осона тигәндәй гәзит-журнал таратырға ла, халыҡ менән эшләргә лә, “Таң” гәзите менән дуҫлыҡ ептәрен нығытырға ла. Әйткәндәй, 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына “Таң” гәзитенә яҙҙыртыу буйынса почтальондар араһындағы конкурста ла ул 1-се урын яуланы һәм редакцияның бүләгенә иреште.
- Коллективыбыҙҙа Гүзәл кеүек тырыш хеҙмәткәрҙәр булыуы ҡыуаныс. Гүзәл Тренкинаның яуаплылығында – иң ҙур участка. Бөгөнгө көнгә ул 100 кешене “Таң”ға яҙҙыртырға өлгәшкән. Үҙенең биләмәһендә генә йөрөмәй, хатта Баҙал биҫтәһенә барып етешә, ойошмалар буйлап та, өй беренсә лә йыбанмай йөрөй, шуға ла эш һөҙөмтәһе көттөрмәй, - ти Рәсәй почтаһы “Белорет почтампты”ның мобиль төркөмө етәксеһе Зөлфирә Рафаэль ҡыҙы Неретина.
Редакция үткәргән конкурста Гүзәл Дамир ҡыҙының коллегалары - Байназар ауылынан Зөлхизә Ишҡыуатова - 2-се (77 дана «Таң»), Әбделмәмбәттән Гөләмзә Яхина 3-сө урын (71 дана «Таң») алды.
Эйе, районыбыҙ ойошмаларында хеҙмәт уңғандарының бихисап булыуы – үҙе бер мәртәбә. Бигерәк тә районыбыҙҙағы берҙән-бер рәсми баҫма, төбәгебеҙҙең тел һандалы, рухи сәңгелдәге булған “Таң”ыбыҙ һәр өйгә байрам булып килһен, тип тырышып йөрөгәндәр булыуы – икеләтә.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: