Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 18:21

Эшһөйәрҙәр затынан улар

Өйҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһа, ғаилә нығый, үҫә. Исламбай ауылында был ғаилә парын яҡшы беләләр: икеһе лә уңған, тырыш, булдыҡлы, йөҙ-ҡиәфәттәре күркәм һәм күрмәлекле Бирҙеғоловтарҙың.

Өйҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһа, ғаилә нығый, үҫә. Исламбай ауылында был ғаилә парын яҡшы беләләр: икеһе лә уңған, тырыш, булдыҡлы, йөҙ-ҡиәфәттәре күркәм һәм күрмәлекле Бирҙеғоловтарҙың. Балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, сабыйҙарын тәрбиәләүгә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу пар улар.
Ҡорған донъялары матур, иркен, балаларҙың һәр береһенең үҙ мөйөштәре бар. Өлкән ҡыҙҙары Сулпан 6-сы синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлаған, мәктәптә, мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып тора. Тырыш Аяз 3-сө синыфты тамамлаған. Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, тигәндәй, тиктормаҫ 3 йәшлек Раяз, ағаһынан өлгө алып, һәр ҡылығын отоп алырға ғына тора.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 12 июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: