Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:18

Тырышһаң, ырыҫ килә

Һәр ауылда уңған, өлгөлө, булдыҡлы ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше өсөн янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уята. Шуларҙың береһе - Аҫҡар ауылынан Мөбәрәк һәм Фәйрүзә Хәйбуллиндар.

Мөбәрәк бабай йәш сағында гармунда оҫта уйнап йәштәрҙе бейетә. Колхозда шофер булып эшләй. Өйләнешкәс, эш юҡ, тип аптырап тормай, тәүге балалары Арсланға 9 ай тигәндә, тәүәккәлләп ҡырға сығып китәләр.
- Мин бит Стәрлелә балалар йортонда үҫтем, Өфөлә әҙерәк эшләп тә ҡайтҡан инем. Күтәреп һуғып сыҡтыҡ та киттек. Элек эш күп ине бит, бер ниндәй проблемаһыҙ эшкә урынлаштыҡ. Стәрле ҡалаһында сода заводында барий етештереүҙә эшләнек.
Гармунды Бөрйәндә туғандарыбыҙға ҡалдырып киттек, уның ҡарауы, хәҙер туғандарыбыҙ гармунда өҙҙөрөп уйнай беләләр, - ти Мөбәрәк бабай, балдыҙҙары Рәхилә, Мөслимә һәм ҡәйнеше Салауат өсөн ҡыуанып.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең бөгөнгө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: