Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:05

Мәһәҙейҙә - ҙур байрам

Һәр кем өсөн үҙенең тыуған ауылы, ҡалаһы, ҡыҫҡаса әйткәндә, үҙе тәү башлап оло донъяға ауаз һалған ере ғәзиз, яҡын, матур. 4 июлдә Мәһәҙейҙә шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтеп китте. Ял көндәрендә ут булмау сәбәпле, аҙна уртаһында үткәрелһә лә, байрамға алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән дә ауылдаштар ҡайтҡайны. Бәй, шул сама ауылдаштар менән ҡасан күрешеү форсаты тейә әле?!

Һәр кем өсөн үҙенең тыуған ауылы, ҡалаһы, ҡыҫҡаса әйткәндә, үҙе тәү башлап оло донъяға ауаз һалған ере ғәзиз, яҡын, матур.
4 июлдә Мәһәҙейҙә шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтеп китте. Ял көндәрендә ут булмау сәбәпле, аҙна уртаһында үткәрелһә лә, байрамға алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән дә ауылдаштар ҡайтҡайны. Бәй, шул сама ауылдаштар менән ҡасан күрешеү форсаты тейә әле?!
Ауыл мәҙәниәт йорто алдына эшләнгән сәхнә тирәһен халыҡ уратып алған. Һәр кемдең йөҙөндә - йылмайыу, байрам кәйефе.
Байрам айҡанлы мәһәҙейҙәрҙе Байназар ауыл хакимиәте башлығы А. Салауатов тәбрикләгәс, ауылдың киләсәге булған кескәйҙәр сәхнә тота: сатнатып шиғырын да һөйләй, йырын да һуҙа.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов та килгән түңгәүерҙәрҙең оло шатлығын уртаҡлашырға. «Ошондай байрамдар ауылдың йөҙөн шул хәтлем үҙгәртә, һеҙгә, уның эсендә йөрөгәс, был үҙгәрештәр һиҙелмәйҙер ҙә, әммә ситтән килгән кеше шундуҡ шәйләй: ауыл матурайған, төҙөкләнгән. Хакимиәт башлығығыҙ дөрөҫ әйтә: Мәһәҙей – Бөрйәндең ҡапҡаһы, уның йөҙөн билдәләүсе ауыл. Беҙ ҙә, сит-яттар ҙа сиктәге Фәнис Сәйәхов хужалығының ерҙәренән үткәндә был ерҙә ысын хужалар йәшәй, тип әйтәбеҙ, туҡталҡаға туҡталғанда район хаҡында беренсел мәғлүмәт алабыҙ. Бөгөнгө кескәй балаларҙың сығышы ғына ла ауылдың киләсәге өмөтлө булыуға дәлил. Әлбиттә, ауылдың уңыштары менән бер рәттән проблемалары ла бар. Бөгөнгөләй берҙәм булғанда, һеҙгә уларҙы йырып сығыу бер ни түгел”, - тине ул үҙ сығышында һәм мәҙәниәт йортона принтер бүләк итте.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең бөгөнгө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: