Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:03

Тәүәкәлләгән - отҡан

Тормош ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙҙәрендә һынауҙарға ҡаршы торорҙай көс табып алға атлаған ғаиләләрҙең береһе ул Исламбайҙа йәшәүсе Кульчиковтар. Раян менән Гөлкәйҙең бергә йәшәүҙәренә 14 йыл. Тормошҡа зарланмай, дәртләнеп, һәр иртәгә һөйөнөп йәшәй улар.

Тормош ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙҙәрендә һынауҙарға ҡаршы торорҙай көс табып алға атлаған ғаиләләрҙең береһе ул Исламбайҙа йәшәүсе Кульчиковтар. Раян менән Гөлкәйҙең бергә йәшәүҙәренә 14 йыл. Тормошҡа зарланмай, дәртләнеп, һәр иртәгә һөйөнөп йәшәй улар.
- Өсөнсө йыл инде Белоретҡа гемодиализға йөрөйөм. Аптырағандың көнөнән былтыр декабрь айында магазин асып ебәрҙек. Барыбер машинаны ҡыуабыҙ, исмаһам, ҡайтҡан саҡта тауар алып ҡайтырбыҙ, тип уйланыҡ та тәүәкәлләргә булдыҡ. Шөкөр, һәйбәт кенә эшләп киттек. Мәктәп, балалар баҡсаһы менән килешеү төҙөгәнбеҙ, уларға ла тауар алып ҡайтабыҙ, - тиҙәр Кульчиковтар.
Магазиндарында 2 кешегә эш урыны булдырғандар. Район үҙәгенә алыҫ булғас, халыҡҡа хужалыҡта кәрәкле әйберҙәр алырға тырышалар. Төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым да тәҡдим итәләр.
Ата-әсәһенең ҡыуаныстары булып балалары - ҡыҙҙары Айсулпан менән улдары Ирхан үҫеп киләләр. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр.
- Ҡыҙыбыҙ – уң ҡулыбыҙ, өй эштәрендә ҙур ярҙамсыбыҙ,- тип ҡыуана Раян ағай.
Ауыл кешеһен малһыҙ, баҡсаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Кульчиковтар ҙа хужалыҡ эштәренең күбеһен техника ярҙамында башҡаралар. КФХ асып, мал үрсетәләр, пилорам тоталар, баҡса үҫтерәләр.
Төкәтмә төкәтеп, өйҙәрен ҙурайтып алғандар. Заманса уңайлыҡтар булдырыу ҙа йәшәйештәренә еңеллек өҫтәгән.
Гөлкәй апайҙың әсәһе - 84 йәшлек Сәғитә инәй Ғәлиуллина әлеге ваҡытта уларҙа. Ҡыш айҙарында оҙон кистәрҙе бергә-бергә үткәреү өсөн балаларында йәшәй. 8 бала тәрбиәләп үҫтергән инәйҙең 5 балаһы иҫән-һау. Инәй һаулығына зарланмай, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр береһенә ойоҡтар бәйләп, гәзит-журналдар уҡып ултыра. Йәш сағында колхозда, аҙаҡ почтальон булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
- Хәҙер заманалар яҡшырҙы, йәшәйем тигән кешегә мөмкинлектәр бар. Аллаға шөкөр, балаларым һәйбәт, - тип бәйләменән айырылмай тыйнаҡ ҡына йылмая инәй.
- Өйөбөҙҙөң йылыһы, йәме, донъябыҙҙы ҡараусы,- ти Раян ағай ҡәйнәһе тураһында.
Тыныс, тыйнаҡ, эшһөйәр Кульчиковтарға ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, сәләмәт һәм бәрәкәтле тормошта йәшәүҙәрен теләп хушлаштыҡ.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: