Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:48

Күршеләрем шәп минең!

Бөгөн – Халыҡ-ара күршеләр көнө…Юғары уҡыу йортон тамамлағас, яҙмыш ҡушыуылыр, Һарағы (рәсми исеме Килдеғол) ауылында эш башларға насип булды. “Тура килде” тимәйем. Улай әйтһәң, ризаһыҙыраҡ әйткән һымаҡ була. Ысынлап, Хоҙай насип иткәндер. Ауылға эшкә урынлашырға китеп барабыҙ. Яуымбайҙан Әбделмәмбәткә тиклем тиерлек йәйәү атларға тура килде. Һарағыға тиклем осраҡлы машинаға эләгеп барҙыҡ. Ауыл урамына килеп ингәс тә өйҙәрҙең матур, төҙөк булыуы, ауылдың яҡтылығы иғтибарымды йәлеп итте.

Бөгөн – Халыҡ-ара күршеләр көнө
…Юғары уҡыу йортон тамамлағас, яҙмыш ҡушыуылыр, Һарағы (рәсми исеме Килдеғол) ауылында эш башларға насип булды. “Тура килде” тимәйем. Улай әйтһәң, ризаһыҙыраҡ әйткән һымаҡ була. Ысынлап, Хоҙай насип иткәндер. Ауылға эшкә урынлашырға китеп барабыҙ. Яуымбайҙан Әбделмәмбәткә тиклем тиерлек йәйәү атларға тура килде. Һарағыға тиклем осраҡлы машинаға эләгеп барҙыҡ. Ауыл урамына килеп ингәс тә өйҙәрҙең матур, төҙөк булыуы, ауылдың яҡтылығы иғтибарымды йәлеп итте. Ҡояшлы, йылы матур көн ине. Эшләп киттек. Йәшәргә иҫке мәктәптең бер бүлмәһен бирҙеләр. Яйлап күрше-тирә менән танышып алдыҡ. Күршеләр бик ихлас кешеләр булып сыҡты. Бигерәк тә Салауат һәм Сәғиҙә Исҡужиндар, Риф һәм Рәсимә Зариповтар менән тиҙ арала дуҫлашып, бик ихлас аралашып киттек. Йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙыбыҙҙы ла уларға ҡалдырып китәбеҙ, уға һөттө лә шул күршеләрҙән алабыҙ, мунсаны ла шуларҙа төшәбеҙ. Салауат ағайҙың оло йәштәге әсәһе – Сөғөҙә инәйҙең аҡыллылығына, теленең байлығына хайран ҡалырлыҡ ине. Мәҡәл-әйтемдәрҙе күп ҡулланды. Ваҡытында яҙып алып барырға башҡа килмәгән. Ләкин инәй хаҡында күңелдә тик яҡты хәтирәләр генә йәшәй. Иптәшем бер һөт алырға барғандағы әйткәнен мәңге онота алмайым.
“Һөт гел генә беҙҙең ошо избунканың (бәләкәй өй) соланындағы урындыҡта булыр. Был лаклы биҙрәгә тик һөҙөлгән һөт кенә ҡойола. Ишеге бер ваҡытта ла бикле булмаҫ. Беҙ өйҙә булмағанда ла һөтһөҙ ҡайтып китмәгеҙ, үҙегеҙ ҡойоғоҙ ҙа алығыҙ. Бала һөткә зарыҡмаһын”, тигән инәй. Ошо изгелекте онота алмайым.
Ғөмүмән, был ауыл кешеләре бик асыҡ, ихлас. Беҙҙе лә ауылдаштары һымаҡ ҡабул иттеләр. Беҙҙең, яңы ғына институт тамамлап эшкә ҡайтҡан йәштәрҙең, малы ла, ҡош-ҡорто ла юҡ ине, әлбиттә. Дәрестән ҡайтыуыбыҙға ишек төбөндә йә йомортҡа, йә ҡаймаҡ, йә эремсек һалынған һауыттар ултырыуы ғәҙәти күренеш булды. Йәш балалы ғаиләне шулай күмәкләп ҡаранылар. Ауыл инәйҙәренең изгелекле, оло йөрәкле булыуы әле лә хайран итә.
Күршелә генә күпте күргән ауыл аҡһаҡалы Нух бабай йәшәй ине. Аҡыллы, ипле кеше булды. Был ауылға барғандың икенсе йылына һыйыр аҫрай башланыҡ. Бер йылы яҙ һуңлаңҡырап килде. Апрелдә лә ҡар яуып, болғап торҙо. Ә беҙҙең бесән самалыраҡ ине ул йылды. Нух бабай, әлбиттә, быны күреп-белеп йөрөй. Ғөмүмән, ауылдың бер башында сөскөрһәң, икенсе башында “Йәрхәмбикалла!” тиҙәр бит инде. Ҡыҫҡаһы, күрше бабай үҙенең малдарына бесән һалғанда ҡойма аша беҙҙҙекенә лә ырғыта башланы. Шулай ҡара ергә аяҡ баҫты һыйырыбыҙ.
Был ауылда йәнә бер нәмә хайран иткәйне. Һыйырлы булғас, кәнсәгә барып бесәнлек һораныҡ. Өмбәт тигән ерҙән бирҙеләр. Барып ҡарағас, аһ иттек. Ауылда бесәнлегебеҙ, нигеҙҙә, бәләкәйерәк кенә асыҡтарҙан торғас, ағас араһын соҡоп бесән эшләп өйрәнгәс, был тиклем тип-тигеҙ, ап-асыҡ яландың, өҫтәүенә, сәселгән үләнле ерҙең беҙгә бирелеүенә ышанып етмәнем. Бер бөртөк ағас-таш тигән нәмә юҡ. Эргәлә генә колхоздың үҙенең ерҙәре. Быны нисек сабырбыҙ икән тип баш ватыу ҙа бушҡа булған – эштән туҡтаған арала колхоз тракторҙары бер нисә минутта сабып, кипкәс, йыйып, эҫкерт итеп ҡойоп та бирҙе. Бала саҡтан йәйәүләп бесәнгә барып, урман араһын ҡул менән соҡоп сабып, бакуйҙы әллә нисә ҡат әйләндереп, тулғандырып саҡ киптереп алып, күбәләүгә күнеккәс, былай еңел бесән эшләү төшкә лә ингән нәмә түгел ине. Рәхмәт ул ваҡытта ярҙам иткән звено егеттәренә.
Ҡыш еткәс, эҫкертте алып ҡайтыу йәнә хайран итте. Ауылда әсәйемдең аҙна-ун көн тирәһе кәнсә юлын тапап, инәлеп-ялбарып тигәндәй кәбән алдырыуҙары, унан трактористы артынан ҡалғансы һыйлауы иҫкә төшөп, аҙна-ун көнлөк бесән ҡалғас уҡ бригадирға кәбәнде алып ҡайтыу хаҡында әйтеп ҡуйҙыҡ. Ул ваҡытта бригадир булып ауылда барыһы ла хөрмәт иткән бик ипле һәм аҡыллы кеше – күршебеҙ Нух бабайҙың улы Вәкил ағай Көмөшбаев эшләй ине.
Мәктәптән ҡайтып инеп, тәҙрәгә күҙ һалһам, трактор беҙҙең кәртәгә эҫкерт индереп йөрөй. Ҡапыл баҙап ҡалдым – итем бешеп ултырмай, теге йылтыр ҙа юҡ. Иптәшем тиҙ генә келәттән боҙолмаған ботто күтәреп индергән булды. Уныһы таш һымаҡ туң. Ул арала эҫкертте тейеш еренә урынлаштырып, тракторист Әнүәр ағай Муллағолов туҡтап та тормай сығып та китте. Сәй эсергә саҡырһаҡ та, юҡ-юҡ, тип юлында булды. Беҙҙең яңы ғына эштән ҡайтып инеүебеҙҙе аңғарғандыр инде. Аҙна-ун көн көтөргә кәрәкмәне – әйткән көнөндә тиерлек ҡайтып төштө бесәнебеҙ.
…Бөтә был изгелектәргә рәхмәт әйтеп тә бөтмәгәнмендер, бәлки. Изгелеккә изгелек менән яуап бирәләр бит, ғәҙәттә. Үҙемә яҡшылыҡ ҡылғандарға изгелек менән яуап биреп бөтмәгән хәлдә лә, һәр хәлдә уларға бер ваҡытта ла яманлыҡ ҡылмаҫыма иманым камил…
Инде Һарағыла йәшәмәһәк тә, был ауыл кешеләрен ауылдаштарым һымаҡ күрәм. Ҡыҙым да иҫ белгән ерен һағына. Барып торабыҙ. Халыҡ матур, берҙәм йәшәй. Донъялары төҙөк. Урамда эсеп йығылып ятҡан кешене күрмәҫһең. Ҡасандыр яҙмыш ошо ауылға илткәненә һәм яҡшы кешеләр менән осраштырғанына рәхмәтлемен. Ошо ауыл кешеләре барыһы ла минең ут күршеләрем һымаҡ.
Иҫке Собханғолға йәшәргә күсеүгә лә бына тигән күршеләр әҙерләп ҡуйған Хоҙай – күршем, ғүмерен медицинаға бағышлаған Фатима Әхиәт ҡыҙы Сәғитова (Айытбаева, Ҡолғана ҡыҙы) менән бик татыу йәшәйбеҙ, шөкөр. Уның уңғанлығына, изгелекле, кеше йәнле, йомарт булыуына һоҡланып йәшәүемә 20 йыл да булып киткән икән.
Рәхмәт һеҙгә, күршеләрем!
Читайте нас: