Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 17:28

Изге айҙа - изге эш

Рамаҙан айы – мосолмандарҙың көтөп алған айы. Һәр кем был айҙа изге эштәр башҡарып, сауаптар алып ҡалырға тырыша. Ағиҙел ҡасабаһында бер төркөм ир-уҙамандар ҙа сауаплы эшкә тотонған – мәсеткә нигеҙ һалалар.

Рамаҙан айы – мосолмандарҙың көтөп алған айы. Һәр кем был айҙа изге эштәр башҡарып, сауаптар алып ҡалырға тырыша. Ағиҙел ҡасабаһында бер төркөм ир-уҙамандар ҙа сауаплы эшкә тотонған – мәсеткә нигеҙ һалалар.

- Бер көн алда йыйылыш үткәрҙек тә, бөгөн траншея ҡаҙырға сыҡтыҡ. Ауыл халҡы былай дәррәү сығыр тип көтмәгәйнем, әүҙемлектәренә ҡыуанып йөрөйөм. Траншея ҡаҙып бөткәс, фундаментҡа тотонорбоҙ, тибеҙ. Былтыр Әтектән 8х10 м ҙурлыҡта әҙер өй һатып алдыҡ, мүк, транспорт, баш ябыуы хәл ителгәс, күсереп ултыртырға ниәтләйбеҙ. Аукцион аша 70 кубометр ағас алған инек, шул ағастан быйыл төкөтмә төкәтеп, киләһе йыл, Аллаһ насип итһә, ағас кибеүгә иҙән-түбәһен, яҡтауҙарын эшләп ҡуйырға ине. Шуныһы шатландыра – ҡасабала мәсеткә мохтажлыҡ бар, - ти мәсеттең төҙөлөш эштәрендә төп өлөш индереүсе, Әтек ауылының имам-хатибы Хәсән хажи Зарипов.

Ағиҙел ҡасабаһының имам-хатибы Самат хәҙрәт Төлкөбаев та өмәлә ҡатнаша.

- Эйе, беҙҙә дин юлына баҫыусы ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ, - тип һүҙгә ҡушыла ул.

Әйткәндәй, мәсет яңы төҙөлөүсе мәктәптән өҫтәрәк тау итәгендә урынлашасаҡ. Төҙөлөп бөтөп, ишектәрен асҡас, халыҡты иманға әйҙәп, моңло аҙан тауыштары менән ҡасабаны нурлап-йәмләп торор ул, ИншАллаһ!

М. Ҡасимова.
Читайте нас: