Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2019, 11:50

Гран-при Даниярҙа!

Бөрйән егете Данияр Псәнчин Әбйәлилдә үткән Һандыҡ байрамының Гран-прийына лайыҡ булды!

Бөрйән егете Данияр Псәнчин Әбйәлилдә үткән Һандыҡ байрамының Гран-прийына лайыҡ булды!
Һандығының йоҙағы менән асҡысының да ағастан булыуы айырыуса хайран иткән әбйәлилдәрҙе. Ул үҙебеҙҙең районда үткән Һандыҡ байрамында ла иң оҫтаһы булып танылғайны. Данияр Фәтих улы әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй, урман техникумында балта оҫтаһы булып эшләй. Буш ваҡытында өйҙә лә ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән булыша. Ғөмүмән, ағастан нимәләр эшләп була, оҫта барыһын да эшләй. Заказдар ҙа булып тора - күберәк өйҙө эстән-тыштан көпләү, өй эсендәге баҫҡыстарҙы эшләүгә заказдар бирәләр икән. Хәҙер уның оҫта ҡулдарының емештәрен баш ҡалалағы байтаҡ йорттарҙа күрергә мөмкин.
-Бөрйәндәге конкурста ла еңеү яулағайны. Әбйәлилдәгеһен мин “Бәйләнештә” селтәрендә күрҙем дә: «Әйҙә, унда ла ҡатнашып ҡара», - тигәйнем, риза булды. Эштәге етәкселегенә лә рәхмәт, шундай сараларға ебәреп торалар, - ти ҡатыны Лилиә.
Ата-олатаһынан күскән оҫталығына күңел зауығын, тырышлығын, фантазияһын ҡушып, бына тигән сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырып йәшәүсе Даниярға афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Т. ЙЫҺАНУРОВА..
Читайте нас: