Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 11:44

Балалар һабантуйы үтә

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан 1 июнь көнө район һабантуйы сиктәрендә 15 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн балалар һабантуйы ойошторола.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан 1 июнь көнө район һабантуйы сиктәрендә 15 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн балалар һабантуйы ойошторола. Уҡ атыу, милли көрәш, тоҡтар менән һуғыш кеүек милли уйындар, бура һуғыу, көйәнтә менән һыу ташыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, “саңғы”ла уҙышыу һ.б. күңелле бәйгеләр, робоһабантуй көтә унда ҡатнашыусыларҙы. Рәхәтләнеп уйнап, бәйгеләрҙә көс һынашып, күңел асып ҡайтырға теләһәгеҙ, балалар һабантуйы барған майҙансыҡҡа ашығығыҙ, бәләкәстәр!
Читайте нас: