Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 19:38

Күҙәмбәттә һабантуй!

Быйыл район һабантуйы 1 июндә Күҙәмбәт яланында үтә. Байрамды тантаналы асыу 11.00 сәғәткә планлаштырылған.

Быйыл район һабантуйы 1 июндә Күҙәмбәт яланында үтә. Байрамды тантаналы асыу 11.00 сәғәткә планлаштырылған.
Һабантуйҙы асыу тантанаһында агросәнәғәт комплексы алдынғылары һәм хеҙмәт коллективтары парады, ҡотлауҙар, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү ҡаралған.
Һабантуйҙың төп биҙәктәренең береһе булған ат ярышы, тирмәләр, милли аш-һыу конкурсы, спорт ярыштары, уйындар, аттракциондар, художестволы үҙешмәкәр коллективтар, район таланттары ҡатнашлығында матур концерт көтөлә.
Иң матур яҙғы байрамдарҙың береһе булған район һабантуйына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: