Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 16:14

Иң мөһиме - йөрәк йылыһы

Районда опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә - 2019” район конкурсы үтте.

Районда опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә - 2019” район конкурсы үтте.
Сара башында 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләгән Рим һәм Эльвира Барыевтар ғаиләһенә (2-се һүрәт), ЗАГС бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Дауытова Президент хатын уҡып, бүләктәр тапшырҙы. Бәхетле, татыу йәшәүегеҙҙең сере нимәлә, тигәнгә, уның сере бармы икән, бергә кәңәшләшеп, бер-береңде тыңлап, хөрмәт итеп йәшәһәң, тағы 50 йыл йәшәргә була әле ул, тине Рим Самат улы.
- 3 балабыҙ бар, улар барыһы ла юғары белемле. 7 ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Ә бөгөнгө байрамға ҡарата шуны әйткем килә: сит балаларҙы үҙ ҡосаҡтарына алып, үҙ балалары кеүек тәрбиәләгән ата-әсәләргә ихтирам һәм дан, - тине 40 йыл мәктәп системаһында эшләгән Эльвира Ғәйнетдин ҡыҙы.
Халыҡ-ара ғаилә көнөнә бағышланған сарала 5 ғаилә ҡатнашты. Бәйгелә Иҫке Собханғолдан игеҙәк ҡыҙҙары Элина һәм Эльвина менән Зөһрә Зәйнуллина, Исламбайҙан Юлиә менән Динарҙы тәрбиәгә алған Рәмилә Халиҡова, Мәһәҙейҙән ҡыҙы Татьяна менән Зенфира Маликова, Яңы Монасиптан ҡыҙҙары Ангелина һәм Софья менән Миңлегөл Әмирханова, Ғәҙелгәрәйҙән ҡыҙҙары Фәйрүзә, Зөлхизә, улдары Нуриман һәм Тимур менән Зөһрә Маликовалар көс һынашты.
Конкурс 4 этапта үтте. “Ғаилә - донъя тотҡаһы” тип аталған тәүге һынауҙа һәр ғаилә үҙе менән шиғри юлдар аша таныштырҙы. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған конкурс төрөндә һәр ғаилә иртәнге зарядка төрҙәрен бейеүгә һалып күрһәтте.
“Музыкаль һәләттәр” тип аталған һынауҙа ғаиләләрҙең йыр-моңға, бейеүгә, шиғыр һөйләүгә маһирлыҡтары баһаланды. Рәмилә апайҙың балалары Юлиә һәм Динарҙың бер-береһенә бағышлап һөйләгән шиғырҙары барыһының күңеленә үтеп инде. Уларҙы тыңлағанда залдағыларҙың күҙҙәре йәшкә мансылды. Динар - башҡорт, Юлиә рус бейеүҙәрен башҡарҙылар, байрам бүләге итеп ҡурай, ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәре теҙмәһе уйнап ишеттерҙеләр. Элина бик тасуири итеп “Урал батыр” эпосынан өлөш һөйләне. Зинфира Маликова “Тыпырҙаҡ” бейеүен оҫта башҡарҙы, ә ҡыҙы Татьяна башҡортса тырышып шиғыр уҡып ишеттерҙе. Ангелина йырланы ла, бейене лә. Зөлхизә Маликова башҡорт бейеүенә өҙә баҫты.
Шулай уҡ “Ғаиләбеҙҙә - оҫтахана” күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Ғаиләләрҙең, айырыуса Халиҡовтарҙың күргәҙмәһе ҡул эштәренә һәм фантазияға бик бай һәм матур булыуы менән арбаны.
- Балаларым ҡул эштәренә бик оҫта. Бәләкәй саҡтарында бигерәк тиктормаҫтар ине, шуға ҡул эштәренә өйрәтә башланым, хәҙер тамам оҫтарып бөттөләр. Ҡыҙым ҡурсаҡтарға кейемдәр тегә, барыбыҙға ла ойоҡтар бәйләй, ҡустыһын ҡарай. Сигелгән картиналар, мәрйендән әйберҙәр эшләй, - ти Рәмилә апай.
Ә еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде. 3-сө урынға ҡыҙы Татьяна менән Зинфира Маликова лайыҡ булды. 2-се урынды ҡыҙҙары Ангелина һәм Софья менән Миңлегөл Әмирхановтар ғаиләһе һәм игеҙәк ҡыҙҙары менән Зөһрә Зәйнуллиналар бүлеште. 1-се урын Зөһрә Маликованың ғаиләһенә бирелде. “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә - 2019” - Рәмилә Халиҡованың ғаиләһе!
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: