Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 18:54

100 йыллыҡҡа - 100 ҡумыҙсы

Районда мәғариф бүлеге һәм балалар ижады үҙәге ойошторған ҡумыҙсылар бәйгеһе үтте. Ҡатнашыусылар баян, ҡурай оҙатыуында бейеү көйө һәм оҙатыуһыҙ импровизация башҡарҙылар.

Районда мәғариф бүлеге һәм балалар ижады үҙәге ойошторған ҡумыҙсылар бәйгеһе үтте. Ҡатнашыусылар баян, ҡурай оҙатыуында бейеү көйө һәм оҙатыуһыҙ импровизация башҡарҙылар.
- Бәйге Башҡортостан республикаһының 100 йылығына арнала, шуға беҙ тормош иптәшем Гөлгөнә менән «Башҡортостан Республикаһының 100 йылығына - 100 ҡумыҙсы» проектын башланыҡ. Был проекттың маҡсаты - һәр районда ошондай бәйгелә йөҙҙән дә кәм булмаған ҡумыҙсыларҙы йыйыу. Киләһе йыл Халыҡ-ара фольклориадаға 2020 ҡумыҙсыны бергә йыйып уйнатыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Был бәйгелә еңеүселәр июнь айында халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән бәйгелә лә ҡатнашасаҡтар, – тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Бәйгелә йөҙҙән ашыу ҡумыҙсы ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусы - Яңы Собханғол ауылынан 5 йәшлек Гөлназ Манапова, иң оло ҡумыҙсы - Әбделмәмбәт ауылынан 65 йәшлек Хәсифә Ибәтуллина.
6 йәштән 11 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар араһында 1-се урында - Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусыһы Әҙилә Ишмөхәмәтова, 2-се урында - Әтек мәктәбенән Гөлшат Сәлихова менән Әбделмәмбәт мәктәбенән Зилиә Ҡарамышева. 3-сө урынға Тимер мәктәбе уҡыусыһы Нуриҙә Язағолова сыҡты.
11-18 йәштәгеләр араһында Нәби мәктәбенән Рушан Сәғитов - 1-се, Тимер мәктәбенән Алтынай Баймырҙина - 2-се, Иҫке Собханғолдан Рузалина Әминева 3-сө урын яуланы.
18 йәштән юғары йәш категорияһында Лилиә Теләүбаева - беренсе, Ләйсән Йәнбирҙина - икенсе.
Балалар ансамблдәре араһында Әтек мәктәбенең йәш ҡумыҙсылары беренселекте яуланы. Тимер һәм Нәби мәктәптәре ансамблдәре 11 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр араһында - икенсе, Яңы Мөсәт, Иҫке Монасип һәм балалар ижады үҙәге ансамблдәре өсөнсө урын алды. Ғәҙелгәрәй мәктәбе ансамбле лайыҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты.
18 йәштән өлкәндәр категорияһында ансамблдәр араһынан Яңы Собханғол фольклор ансамбле ҡумыҙсылары - беренсе, Әбделмәмбәт һәм Тимер фольклор ансамблдәре икенсе, өсөнсө урын яуланылар.
Гран-при эйәһе - Нәби ауылының 8-се синыф уҡыусыһы Ғәлинур Нәбиуллин!
- Бөрйән районында оҫта ҡумыҙсылар байтаҡ. Бик күп мәктәптәргә, ансамблдәргә ҡумыҙ бүләк иткәнмен. Мин ҡумыҙсы түгел, ләкин ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтергә әҙермен, – тине Яңы Монасип ауылынан оҫта ҡумыҙ эшләүсе Р. Вәлиев.
Жюри ағзалары бәйгелә ҡатнашыусыларға, киләсәктә ағас, ҡыл ҡумыҙ төрҙәрен ҡулланып, боронғо башҡорт көйҙәренә күберәк баҫым яһарға кәрәк, тигән теләктәрен еткерҙеләр.
М. Нәбиуллин.
Читайте нас: