Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 18:52

Сабырлығың һинең һары алтын

Бала табыу һәм уны бағыу, тәрбиәләп үҫтереү ҡатын-ҡыҙ иңендә. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте батырлыҡҡа тиң. Һүҙем күп балалы әсә, сабыр йөрәкле ҡатын, ҡәҙерле өләсәй, бәхетле ҡарт өләсәй, ышаныслы ҡәйнә Нәҙирә Әхмәт ҡыҙы Баязитова (Шәмиғолова) тураһында.

Бала табыу һәм уны бағыу, тәрбиәләп үҫтереү ҡатын-ҡыҙ иңендә. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте батырлыҡҡа тиң.
Һүҙем күп балалы әсә, сабыр йөрәкле ҡатын, ҡәҙерле өләсәй, бәхетле ҡарт өләсәй, ышаныслы ҡәйнә Нәҙирә Әхмәт ҡыҙы Баязитова (Шәмиғолова) тураһында.
Ҡәйнәм 1939 йылдың йәмле май айында Иҫке Мөсәт ауылында Мәҙинә һәм Әхмәт Шәмиғоловтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Биш малай араһында берҙән-бер ҡыҙ бала булғанлыҡтан, уны ағайҙары һәм ҡустыһы Хәмит һәр ваҡыт ҡурсалап ҡына торғандар. 1957 йылдың көҙөндә яҙмыш елдәре уны Байғаҙы ауылына алып килә. Баязитов Фауарис Ярулла улы менән парлы тормош юлын башлап ебәрәләр.
- Килен булып төшкәндә ун һигеҙ генә йәш ине, ҡәйнә-ҡайны менән бергә йәшәнек. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Тормош булғас, төрлө саҡтар булды инде, ләкин өйҙәге сүпте тышҡа сығарманым, бөтәһен дә сабырлыҡ менән еңергә тырыштым. Колхозда һыйыр ҙа һауҙым, быҙау ҙа ҡараным, һарыҡ та көтөргә тура килде. Бер аҙ мәктәп интернатында кер йыуыусы булып та эшләнем. Бала ҡарау, бесән эшләү, картуф үҫтереү кеүек һанап бөтөргөһөҙ донъя мәшәҡәттәре ҡатын-ҡыҙҙар иңендә булды, - ти ҡәйнәм.
Фауарис Ярулла улы менән 58 йыл бергә ғүмер итеп, туғыҙ бала үҫтерәләр. Хәҙер балаларҙың һәр береһе башлы-күҙле. Ул балаларының бәхетле яҙмышы өсөн ҡыуанып йәшәй. Ҡайным ҡаты сиргә юлыҡҡас, уны матур итеп тәрбиәләне, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты. Үкенескә күрә, бала ҡайғылары ла кисерергә тура килде. Сабыр йөрәгенә оло ҡайғыларҙы баҫып, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, диван япмалары, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Бөгөн ул утыҙ бер ейән-ейәнсәрҙең, өс бүлә-бүләсәрҙең бәхетле өләсәһе. Аҙ һүҙле, әммә тос фекерле, йомарт күңелле, кешелекле, ярҙамсыл ҡәйнәмде барлыҡ туғандары, күршеләре, балалары ярата, һәр саҡ хәл белешеп, ярҙамлашып торалар. Нигеҙ ҡотон һаҡлап, балаларыңдың һәр шатлығына ҡыуанып, уларҙан ҡәҙер-хөрмәт күреп, һары алтынға тиң сабыр ҡанаттарыңды һындырмай, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшә лә йәшә әле, ҡәйнәм.
Рәйлә Баязитова.
Байғаҙы ауылы.
Читайте нас: