Яңы Мөсәт ауылында ир-егеттәр өсөн районда тәүге тапҡыр “Уландарын көтә тыуған ауыл” исемле матур сара үтте.
Былтыр “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамын үткәргәс, бәғзе бер ир-ат: “Ир-егеттәр байрамы ла булһын”, - тип теләк белдергәстәр, клуб эштәре буйынса белгес Р. Уразаева һәм мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Г. Сәйәхова ең һыҙғанып байрамға әҙерләнә башлайҙар.
Байрам һәүәҫкәр артистар әҙерләгән сағыу концерт менән башланып китте. Ауылда төпләнгән, сит-яҡтарҙан ҡайтҡан ир-егеттәр сарала бик теләп ҡатнаштылар. Ир илендә ҡәҙерле, тиһәләр ҙә, сит яҡтарҙа ла үҙ урынын табып, матур тормош ҡорған Берлек егеттәре етерлек икән. Концерт барышында район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов, ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов, район үҙәгендәге 2-се һанлы балалар баҡсаһының хеҙмәт һағы инспекторы Ю. Садыҡов ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләктәрен тапшырҙылар. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Н. Шәрәфетдинова ҡустыһы Сәғәҙәт Уразаев исеменән балаларға күстәнәстәр өләште.
Район хакимиәте башлығы, Яңы Мөсәт ауылы егете Рөстәм Динислам улы:
- Бөгөн ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырым тормош алып барыуы модаға инеп китте. Элек ғаиләне һаҡлап алып ҡалырға тырышыу көслө ине, шуның өсөн балалар тулы ғаиләләрҙә үҫтеләр. Ауылды, халҡыбыҙҙы һаҡларға теләйбеҙ икән, балаларға, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә бирергә тейешбеҙ.
Ысынлап та, был бик кәрәкле байрам, киләсәктә башҡа ауылдар ҙа был эстафетаны ҡабул итеп алып, байрам ойошторорҙар, тип уйлайым, – тине.
Яңы Мөсәт ауылының әүҙем, лайыҡлы ир-егеттәренә бүләктәр ҙә тапшырылды. Ауылдың иң йәш ир балаһы Шамил Сөләймәновҡа һәм иң оло кешеһе булған хеҙмәт ветераны, “Дан” ордены кавалеры Сәйфулла Кинйәбулатовҡа, шулай уҡ Ильяс һәм Лена Шәриповтарҙың өс игеҙәк балалары Айҙар, Дим, Гүзәлгә лә бүләктәр бирелде. Ауыл өсөн янып-көйөп йөрөгән ауыл старостаһы Рауил Өмөтҡолов, физик культура уҡытыусыһы Мөҙәрис Ҡасҡынбаев һәм мәктәп директоры, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә район данын күтәреп йөрөүсе Мөхәррәм Ҡасҡынбаев, яндан уҡ атыу буйынса бик күп ярыштар призерҙары - ағалы-ҡустылы Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар (шул көндө улар район намыҫын яҡлап Учалы ҡалаһында ярышҡа сыҡҡандар ине), сәхнәнән төшмәгән Мөнир Ғәфүров, төрлө республика күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы сувенир оҫтаһы Дамир Уразаев һәм туҙҙан тырыздар эшләүсе Роберт Ишкининдар ҙа байрам бүләктәренә эйә булдылар.
Байрамдың икенсе өлөшөндә «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында үткән «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына ҡушылып, ир-егеттәр мәктәп алдындағы баҡсала ағас ултырттылар.
Күңелле сәй табынынан һуң ир-егеттәр яндан уҡ атыу, турникта күтәрелеү, ҡул көрәштереү, гер күтәреү, арҡан тартышыу кеүек ярыштарҙа көстәрен һынаны. Уҡ атыу буйынса Р. Уразаев – 1-се, М. Ҡасҡынбаев – 2-се, Р. Шахниязов 3-сө урындар алдылар. Турникта күтәрелеү буйынса ла Уразаевтарға етеүсе булманы: Данияр, Вәзир, Юлай призлы урындарға сыҡтылар. Гер күтәреүҙә М. Ҡасҡынбаев – 1-се, А. Ҡасҡынбаев – 2-се, И. Иҫәнғәлин 3-сө урындарға лайыҡ булдылар. Ҡул көрәштереүҙә иң көслөһө тип И. Ишкинин табылды, Ғ. Кинйәбулатов һәм И. Һырлыбаев 2-се, 3-сө урындарҙы бүлештеләр. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрамға килеүсе ир-егеттәр, киләсәктә лә ошондай байрамдар үтеп торһон, тигән теләк белдерҙе.
Вәзир Уразаев: “Ауылда ир-егеттәр өсөн сара үтә, тигәстәр, был сараны ҡалдырып булмай, тип, Ҡазан ҡалаһынан ҡайттым. Үҙем энергетика университетында 2-се курста магистратурала уҡып йөрөйөм. Концерт, уйындар бик ныҡ оҡшаны, ауыл халҡы бик әүҙем ҡатнашты. Был сара ауылды берләштерҙе. Шулай гел бергә, берҙәм булып ҡалһаҡ ине”.
Юлай Садыҡов: “Баланы тәрбиәләү өйҙә башлана, мөхиттә дауам итә, мәктәптә тамамлана. Төрлө өлкәләрҙә эшләргә тура килде. Сағыу, бай концертты ҡарап ултырҙым да, бала сағым иҫкә төштө. Бала саҡта гармун уйнарға хыяллана инем, шул ауыл көйө миңә йүнәлеш бирҙе. Киләсәктә лә ир-егеттәр ир-егет булып ҡалһындар, ғаилә ҡорһондар, мәктәптәребеҙгә балалар барһындар, мәктәптәребеҙҙең ишектәре ябылмаһын, тип әйткем килә. Рәхмәтлемен ошо ауылда үҫкәнемә, тәрбиә алғаныма, кеше булғаныма”.