Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 19:25

Бәхет серен тырыштар сисә

Ғаилә – ҡәлғә, тиҙәр. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, балалар ҙа тулы ғаиләлә, ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Руслан менән Лилиә Шәриповтарҙың ғаиләһен һис икеләнмәй, ил күрке, тип әйтергә булалыр.

Ғаилә – ҡәлғә, тиҙәр. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, балалар ҙа тулы ғаиләлә, ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Руслан менән Лилиә Шәриповтарҙың ғаиләһен һис икеләнмәй, ил күрке, тип әйтергә булалыр.
Белорет медицина колледжында уҡып йөрөгән ҡыҙ районда йыл да үткәрелеп килгән йәрминкәгә ҡайтып төшә. Шунда Руслан уға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Тиҙҙән һоратып алып, өс көн йәшәп өлгөрәләрме-юҡмы, Русланды әрме сафтарына алалар. Владивостокта Тымыҡ океанда моряк булып йыл ярым хеҙмәт итә ул. Алыҫ араларҙы мөхәббәт хаттары бәйләй - шулай һөйөүҙәренә лайыҡлы һынау үтәләр. Тыуған яҡты, һөйгәнен һағыныуы көслө булғандыр егеттең, бәлки, уның һағыныуын баҫыр өсөн, тыуған илдән кескәй генә өлөш булһын, типтер, Лилиәнең әсәһе кейәүенә хат эсенә киптерелгән ҡаҡ та һалып ебәрер булған. Русландың ата-әсәһенә хеҙмәт иткән еренән рәхмәт хаты ла килеп төшә.
Мәҡәләне тулыһынса "Таң" гәзитенең 14 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: