Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 17:57

Кеше сәләмәтлеге һағында

12 май – шәфҡәт туташтары көнө. Тарихтан күренеүенсә, тәүге ошондай хеҙмәт Ҡырым һуғышында барлыҡҡа килә – Флоренс Найтингейл исемле ҡатын Төркиәлә союздаштарҙың яралы һалдаттарын тәрбиәләү буйынса ирекмәндәр хәрәкәте ойоштора. 1860 йылда Лондонда шәфҡәт туташтары әҙерләү буйынса беренсе мәктәп асыла. 1934 йылдан алып шәфҡәт туташтары көнөн 12 майҙа - Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөндә билдәләү йолаға инә. Беҙҙең илдә был дата 1971 йылдан иғлан ителә, президент указы менән 1993 йылдан рәсми билдәләнә.

12 май – шәфҡәт туташтары көнө. Тарихтан күренеүенсә, тәүге ошондай хеҙмәт Ҡырым һуғышында барлыҡҡа килә – Флоренс Найтингейл исемле ҡатын Төркиәлә союздаштарҙың яралы һалдаттарын тәрбиәләү буйынса ирекмәндәр хәрәкәте ойоштора. 1860 йылда Лондонда шәфҡәт туташтары әҙерләү буйынса беренсе мәктәп асыла. 1934 йылдан алып шәфҡәт туташтары көнөн 12 майҙа - Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөндә билдәләү йолаға инә. Беҙҙең илдә был дата 1971 йылдан иғлан ителә, президент указы менән 1993 йылдан рәсми билдәләнә.
Ауырымайынса – һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең. Һау саҡта йүгереп йөрөйһөң, эшен дә эшләйһең, ашын да ашайһың. Һаулыҡ яғы ҡаҡшап китһә, дауаханаға бармай ҙа булмай. Дарыуҙан бигерәк дауахана хеҙмәткәрҙәренең яҡшы мөнәсәбәтенән, табип һәм шәфҡәт туташтарының йылы һүҙҙәренән ҡайһы ваҡыт һауығып киткәндәй булаһың. Район дауаханаһында шәфҡәт туташтары һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең күпселеген тәшкил итә.
Рәшиҙә Сабирова - өлкән шәфҡәт туташы. Өфө медицина колледжын тамамлағандан һуң 1990 йылда терапия бүлегендә эш башлай. Бала табыу, реанимация бүлектәрендә эшләй, баш шәфҡәт туташы була, аҙаҡ терапевт кабинетында эшләгәндә бер юлы өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара.
- Кеше менән эшләү, йәш белгестәрҙе өйрәтеү, шәфҡәт туташтарының эшен ойоштороу - минең төп бурысым. Поликлиникала асыҡ регистратура эшләнек, пациенттарҙы табипҡа тәртип буйынса, шулай уҡ телефон аша дөрөҫ яҙылырға өйрәтәбеҙ. Йәйге ял, отпуск ваҡытында алмаш шәфҡәт туташтары табыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Аҡ халатлылар тыштан ғына түгел, эстән дә аҡ күңелле, изге йәнле, түҙемле, тәрән белемле булырға тейештәр, тип уйлайым. Районда шәфҡәт туташтары 5 йыл һайын курстар үтеп, белемдәрен камиллаштырып торалар, - ти өлкән шәфҡәт туташы Р. Сабирова.
Сығышы менән Ғәлиәкбәр ҡыҙы Гөлирә Йәнғәлина район үҙәк дауаханаһында 2010 йылдан алып баш шәфҡәт туташы булып эшләй. Салауат медицина училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң шәфҡәт туташы һөнәре серҙәренә төшөнөү өсөн Ғәлиәкбәр ауылына эшкә ҡайта. Артабан уға 30 йылдан артыҡ Өфө ҡалаһында эшләргә насип була - хәрби госпиталдә лә, фельдшер булып та тәжрибә туплай. Районда көндөҙгө стационарҙа эшләп йөрөгәнендә баш шәфҡәт туташы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
Белемдәрен тәрәнәйтеү маҡсатында шәфҡәт туташтары өсөн ай һайын төрлө темаларға семинарҙар, конференциялар, аҙна һайын килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү өсөн кәңәшмәләр үткәрелеп тора. Яңы килгән йәш белгестәргә остаз итеп тәжрибәле шәфҡәт туташтары билдәләнгән.
Хирургия бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләүсе Сәйҙә Баһауетдинова менән Фәнүзә Шәмиғоловалар яңы эш башлаған йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе остаздар. Ғөмүмән, район дауаханаһында тәжрибәле, йәштәргә өлгө булырлыҡ шәфҡәт туташтары күп.
- Быйыл “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 4 фельдшер көтөлә.
Беҙҙең коллектив дуҫ, ижади, татыу. Байрамдарҙа концерттар ҡуябыҙ. Ғөмүмән, төрлө байрам, конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ. Дауахана эсендә лә шәфҡәт туташтары араһында конкурстар, шул иҫәптән санбюллетендәр конкурсы үткәрәбеҙ. Быйыл шәфҡәт туташтары көнөнә арнап апрель айында уҡ дауаханала конкурс ойошторҙоҡ. Унда коллегаларҙы һөнәри оҫталыҡтарынан тыш, сәхнә оҫталығы, ҡул эштәре буйынса ла баһаланыҡ, урындар билдәләнек. Ҡатнашҡан һәр береһенә бүләктәр тапшырылды, - ти баш шәфҡәт туташы Г. Йәнғәлина.
Йәш белгес Зөлфиә Нәҙершина 2018 йылда Өфөлә колледж тамамлай һәм тура район дауаханаһына эшкә ҡайта. Табипҡаса ҡабул итеү бүлмәһендә ике аҙна эшләгәндән һуң, һаулыҡ мәктәбе һәм диспансеризация өсөн яуап биргән медицина иҫкәртеү кабинетында эш башлай. Зөлфиә бала сағынан лаборант булып уйнарға ярата. Шулай итеп бала саҡ хыялы өлөшләтә тормошҡа аша - лаборант түгел, ә шәфҡәт туташы булып китә.
- Әсәйем хирургия бүлегендә эшләй, уның да йоғонтоһо булғандыр инде. Эш башлағанда, әлбиттә, әҙерәк ҡурҡытты, әммә миңә һәр саҡ ярҙам итеп, ҡеүәтләп тороусы остаздарым булғанға эшкә тиҙ өйрәнеп киттем, - ти йәш белгес.
Аҡ халатлы, шәфҡәтле шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, район халҡы сәләмәтлеге һаҡсыларына уңыштар теләйбеҙ.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: