Бәхетленең байрамы ла бер көндә – апрелдең һуңғы көнөндә Яңы Собханғол мәктәбе үҙенең быуатҡа торошло 90 йыллыҡ юбилейын билдәләп кенә ҡалманы, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә төҙөлгән заманса мәктәптең рәсми асылыу тантанаһын да билдәләне. Былай ғына ла түгел, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың осрашыу кисәһе лә ошо матур сараға үрелеп китте.
Төшкә ҡарай мәктәп янындағы юл ситтәре машиналар менән туп-тулы ине. Халыҡ ағымы эскә, мәктәп ихатаһына һыуҙай ағыла. Теләүселәр иҫке мәктәпкә экскурсия яһай.
Ал таҫма киҫелгәс, шатлыҡ-ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан кешеләр сират тороп эскә - әкиәти донъяны хәтерләткән заманса мәктәпкә үтә.
Мәктәптең икенсе яғында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл фронтында фиҙакәрлек күрһәткәндәр иҫтәлегенә обелиск асылды.
Обелискыны асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа, тыл ветераны Ғәббәс Ҡарағоловҡа, мәктәптең алдынғы уҡыусыһы Арыҫлан Ҡулбирҙинға бирелде. Обелиск авторы Рәис Ҡарағолов тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү юҫығындағы сираттағы был эшенә лә бар күңелен һалған – яланаяҡ малайының яурынына ҡулын һалған сабаталы башҡорт ҡатыны күҙендә ауыр эштән йонсоғанлыҡ та, дошманға нәфрәт тә, еңеүгә өмөт тә сағыла...
Тыл хеҙмәтсәндәре, ветерандар хөрмәтенә обелискыға гөлләмәләр һалып, илебеҙ мәнфәғәте хаҡына хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәткәндәрҙең яҡты исемен бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, халыҡ ағымы мәктәп янындағы баҡсаға ағылды. Һәр сығарылыш үҙенә билдәләнгән мөйөшкә үҙ ағасын ултыртты. Етәкселәр ҙә был сарала әүҙем ҡатнашты. Мәктәп директоры Г. Йомағолов әйтеүенсә, 50 төп алмағас, 50 төп ҡарағат, 50 төп ҡурай еләге ултыртылды. Обелиск эргәһенә алдан 12 күк шыршы, 17 пихта ултыртҡандар. Шәмбе көнгө өмәлә иһә 135 ағас ултыртылған. Үҫентеләргә ергә ерегеп үҫеп китергә яҙһын.
Күркәм, бейек спортзалға халыҡ шығырым тулғас (360 урынлыҡ зал тулып, баҫып тороусылар ҙа бихисап ине), тантаналы өлөшкә мөҙҙәт етте.
Мәктәп директоры Г. Йомағолов сараға йыйылғандарҙы ихлас тәбрикләп, мәктәпте бөгөнгө хәленә килтереүгә тос хеҙмәт өлөшөн индереүселәрҙе телгә алып: ”Мәктәпте ҡабул иткәс тә байтаҡ эштәр эшләнде. Тәүлегенә 20-шәр сәғәт эшләүселәр ҙә булды. Ошондай мәктәп өсөн республика, район етәкселегенә рәхмәт”, - тине.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов та, йыйылған халыҡты байрам айҡанлы ҡотлап, бер төркөм алдынғыларға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Н. Хоҙайбирҙин, С. Теләүбаева, И. Ҡулбирҙина, Р. Вәлиева, В. Дәүләтҡужина, А. Ҡарағолова, Р. Иҫәнғужиналар лайыҡ булды был баһаға.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А.Бейембәтов та ҡотлауҙарға ҡушылды.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары И.Баймырҙин бер төркөм хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәткәндәргә бүлектең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм аҡсалы сертификаттар тапшырҙы.
Иҫке Собханғол мәктәбе администрацияһының Рәхмәт хатына лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ булды.
“Гөлдәр” вокаль ансамбленең матур сығышынан һуң Яңы Собханғол мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар бер-бер артлы сәхнә түрен ала торҙо, туған мәктәбенә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен, гөлләмә, бүләктәрен тапшыра торҙо.
1968 йылда мәктәпте тамамлаусы тәүге ҡошсоҡтар исеменән Өфө ҡунағы Р. Сиражетдинов һүҙ алып: “Ниһайәт, беҙҙең ауыл да заманса мәктәпле булды. Класыбыҙ исеменән обелиск эргәһенә һәр беребеҙ 2-шәр күк шыршы ултырттыҡ. Бөгөн киренән бала саҡҡа ҡайтҡандай булынды. 4-се класҡа Иҫке Собханғолға йөрөп уҡыныҡ. Бөгөнгө балалар беҙҙән йөҙләтә бәхетле. Мәктәп киләсәк быуындарға ла хеҙмәт итһен”, - тине һәм мәктәпкә, балалар башҡорт телен һәйбәт итеп өйрәнһендәр, тип, Башҡортостан телевидениеһының “Алтын фонды”нан кассеталар, Башҡорт дәүләт аграр университеты исеменән туптар бүләк итте һәм сәхнәне дер һелкетеп бейеп тә төштө.
Һәр сығарылыш үҙе бер тарих бәйән итте, мәктәптә уҡыған йылдарын тере картина итеп күҙ алдына баҫтырҙы. Әүҙем йәмәғәтсе Рәис ағай Ҡарағолов ҡылҡәләме ошо төбәкте мәңгеләштергән ҙур картинаһын да бүләк итте.
Һәр сығарылыш класы туған мәктәбенә, остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен, йөрәк түренән сыҡҡан мәҙхиәһен яуҙырҙы.
Эйе, беҙ йәшәгән данлы-шанлы быуаттың үҙенә йәштәш тиерлек Яңы Собханғол мәктәбе үткәненә байҡау яһаны, матур бөгөнгөһөн бәйән итте, күрһәтте. Әммә уның киләсәге тағы ла өмөтлөрәк, тағы ла матурыраҡ булыр, тигән теләктә таралышты был ҙур саранан халыҡ.