Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:47

Волонтерҙар тураһында ниҙәр белеү мөһим?

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында даими хәбәр итеүебеҙсә, 3 июндән федераль аналог каналдары бөгөнгө кеүек күрһәтмәй башлаясаҡ. Шуға күрә лә бөгөндән халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеүҙе хәстәрләргә кәрәк. Бөгөн Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә беҙҙең райондан Иҫке Собханғол, Байназар һәм өлөшләтә Ҡурғашлы, Яңы Собханғол ауылдары ғына һанлы телевидение күрһәткән зонаға эләгә. Зонаға эләкмәгән ауылдарҙа иһә кабель, спутник йәки IP-телевидение ҡарарға мөмкин.

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында даими хәбәр итеүебеҙсә, 3 июндән федераль аналог каналдары бөгөнгө кеүек күрһәтмәй башлаясаҡ. Шуға күрә лә бөгөндән халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеүҙе хәстәрләргә кәрәк.
Бөгөн Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә беҙҙең райондан Иҫке Собханғол, Байназар һәм өлөшләтә Ҡурғашлы, Яңы Собханғол ауылдары ғына һанлы телевидение күрһәткән зонаға эләгә. Зонаға эләкмәгән ауылдарҙа иһә кабель, спутник йәки IP-телевидение ҡарарға мөмкин.
Республикала әҙ хәрәкәтсән һәм өлкән кешеләргә ҡоролмалар ҡуйырға ярҙам итеү өсөн 3 меңгә яҡын волонтер йәлеп ителгән. Улар махсус уҡыу үткән һәм ярҙамды бушлай ойоштора. Волонтерҙарҙың ярҙамы кәрәкһә, 8 800 347 00 55 номеры буйынса “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратырға мөмкин. Республиканың бар муниципалитеттарында ла волонтерҙар менән эшләү буйынса яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Волонтерҙар эшенә айырыуса иғтибар һанлы телевидение өлөшләтә күрһәткән ауыл-ҡалаларҙа бүленә. Улар кешеләргә өйҙәре зонаға инәме-юҡмы икәнен аңлата. Юғиһә, ҡайһы бер урындарҙа күрше генә ултырған өйҙәрҙең береһе зонаға инә, икенсеһе – инмәй. Һанлы сигнал булған урындарҙа волонтерҙар ҡоролмаларҙы көйләргә ярҙам итә.
Өйҙәр буйлап йөрөгәндә волонтерҙарҙың кенәгәһе булырға тейеш (һүрәттә). Граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн быны белеү бик мөһим.
Һанлы приставканы көйләү өсөн ғаризаны телефон аша биреү яҡшыраҡ. Телефон аша консультация шылтыратыусыларҙың барыһына ла бирелә, ә өлкәндәргә волонтерҙар үҙҙәре килә. Заказды телефон аша биреү шулай уҡ хәүефһеҙлек гарантияһы ла булып тора.
Волонтерҙарға мөрәжәғәт иткәндә мөһим моменттарға иғтибар итеү кәрәк:
А) волонтерҙар бар ерҙә лә аңлатыу эштәре алып бара;
Б) һанлы телевидение тотҡан урында улар тик өлкәндәргә һәм тик алдан шылтыратыу буйынса ғына һанлы приставкаларҙы көйләргә (был да граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә) ярҙам итә;
В) волонтерҙар спутник тәрилкәләрен ҡуйыу менән шөғөлләнмәй. Балаға пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙарға бушлай тәрилкәләрҙе тик “Спутниктелеком” акционерҙар йәмғиәте генә ҡуя.
Беҙҙең районда әле 16 ауылда 17 волонтер эшләй. Ҡалған ауылдарға “Мәсем” йәштәр-үҫмерҙәр клубы белгестәре сығып ярҙам итә. Бөгөнгө көнгә волонтерҙар 14 кешегә ярҙам иткән. Улар берҙәм футболкаларҙа йөрөй. Волонтерҙар эше буйынса һорауҙар тыуһа, 3-53-47 номеры буйынса “Мәсем” йәштәр-үҫмерҙәр клубына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
М. Йәмилева.
Читайте нас: