Шундай кешеләр була - улар менән аралашҡанда күңел күтәрелә, борсолоуҙарың юҡҡа сыға һымаҡ. Улар донъяға ыңғай эмоциялар тыуҙырыу, кешеләрҙе яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәү өсөн генә яралғандай... Әбделмәмбәт мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, республика, ил кимәленә сығырлыҡ спортсылар тәрбиәләүсе уҡытыусы-тренер, тәбиғәт, тормошобоҙ күренештәре төшөрөлгән фотоһүрәттәре менән күптәрҙе хайран иткән фотограф, һәләтле рәссам, өлгөлө ғаилә башлығы Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов тап шундайҙар рәтендә. “15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы булған ошо ғәжәйеп шәхестең күңел донъяһына сәйәхәт ҡылырға саҡырам.