Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 19:21

Республикала Ғаилә көнөндә эш көнөн ҡыҫҡартыу тәжрибәһен дауам итергә ниәтләйҙәр

Башҡортостанда 15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөндә эш көнөн ҡыҫҡартыу тәжрибәһен дауам итергә ниәтләйҙәр.

Башҡортостанда 15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөндә эш көнөн ҡыҫҡартыу тәжрибәһен дауам итергә ниәтләйҙәр. Республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников, Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов һәм Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом ҡул ҡуйған мөрәжәғәт эш биреүселәргә ебәрелгән.
Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, был сара ғаиләле хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота.
Республика өс яҡлы комиссияһының сираттан тыш ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова уҙған йылда ошондай акция уҙғарыуҙың уңышлы булыуын билдәләне.
Уның һүҙҙәренсә, Ғаилә йылында унда республиканың 767 ойошмаһы ҡатнашты. Етәкселәр Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренең 24 955 ғаиләле хеҙмәткәрен бер сәғәткә алдараҡ ебәрҙе.
"Башинформ"дан.
Читайте нас: