5 майҙа, ҡояш байыу менән, Аллаһ бойорһа, изге Ҡөрьән кәрим индерелгән, ислам диненең 5 терәгенең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү, сабырлыҡ, тәрбиә, изгелек, йомартлыҡ, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белеү айы – Аллаһы Тәғәләнең киң рәхмәттәре яуған мөҡәддәс рамаҙан-шәриф айы инде. Ошо көндә, йәстү намаҙынан һуң, тәүге тәрәүих намаҙы уҡылды. Тәрәүих намаҙын мәсеттәргә йыйылып йәмәғәт менән уҡыу бик сауаплы ғәмәл. Уны 20 йәки 8 рәҡәғәт итеп уҡыйҙар, 20 рәҡәғәт уҡыу сауаплыраҡ.
Изге рамаҙан – ураҙа айы айҡанлы райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл Ғәле улы Мөхәмәдйәнов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Сәлмән Фарси хәҙис еткерә: «Шағбан айының һуңғы көнөндә пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-сәләм хөтбә һөйләне һәм әйтте: ”Эй, кешеләр, бөйөк һәм бәрәкәтле ай килеп етте. Ошо ай эсендә Ҡәҙер кисе бар – ул 1000 айҙан да хәйерлерәк. Ошо рамаҙан айын иртәнге сәхәрҙән киске аҡшамғаса ураҙа тотоп үткәрер кәрәклеген Аллаһ фарыз итте (фарыз - мотлаҡ үтәй торған ғәмәл, уны үтәһәң, сауап алаһың, үтәмәһәң – гонаһлы булаһың). Һәм төндәрҙе намаҙҙа үткәреүҙе нәфел итте (нәфел – Мөхәммәт с.ғ.с. беҙгә күрһәткән ғәмәл, уны эшләһәң, сауаплы булаһың, эшләмәһәң – гонаһ яҙылмай). Кем дә кем ошо айҙа ниндәйҙер изгелек ҡылһа, башҡа айҙа фарыз үтәгән кеүек булыр, һәм кем дә кем ошо айҙа фарыз ғәмәлен үтәһә (мәҫәлән, намаҙ уҡыһа, ураҙа тотһа һ.б. ), башҡа айҙа 70 фарыз үтәгән кеүек булыр.
Рамаҙан – сабырлыҡ айы һәм сабырлыҡтың сауабы – ожмах. Һәм муллыҡ айы. Был айҙа һәр мөьмин кешенең ризығы арта. Кем дә кем ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа, йәғни ифтар ашатһа, уның гонаһтары ғәфү ителеүгә сәбәп булыр һәм үҙен тамуҡтан ҡотҡарыр, уға ураҙа тотоусының сауаптары яҙылыр, ләкин ураҙа тотоусының әжер-сауаптары кәмемәҫ”.
Сәхәбәләр әйтте: “Эй, Аллаһы Тәғәләнең илсеһе, һәр беребеҙҙең ураҙа тотоусыларҙы ашатырлыҡ хәлебеҙ юҡ бит”. Шунда пәйғәмбәр с.ғ.с. әйтте: ”Әгәр кем дә кем ураҙа тотоусыға финик ашатһа ла, һыу эсерһә лә, һөткә емештәр болғап бирһә лә, Аллаһы Тәғәлә ошо сауаптарҙы насип итә”.
«Рамаҙандың әүәлге ун көнө – рәхмәт көндәре, икенсе 10 көнө – мәғрифәт (ғәфү) көндәре, һуңғы 10 көнө – тамуҡтан ҡотолоу көндәре.
Кем дә кем хеҙмәтсеһенең эшен еңеләйтә, Аллаһ уның гонаһтарын ғәфү итер һәм тамуҡтан ҡотҡарыр.
Ошо айҙа 4 нәмәне күбәйтегеҙ: 2 нәмә менән Раббығыҙҙың ризалығына ирешерһегеҙ (ләә иләһә иллаллаһ кәлимәһен күп әйтеп һәм истиғфар ҡылып). Һәм һәр берегеҙ мохтаж булған 2 нәмә: Аллаһтан ожмах һәм тамуҡтан ҡотолоу һорағыҙ. Кем дә кем ураҙа тотоусыға ифтарҙа һыу эсерә, минең шишмәнән һыу эсер һәм ожмахҡа кергәнсә һыуһамаҫ”. (Хәҙистән)
Мосолмандарға ураҙа тотоу һижри йыл иҫәбе буйынса 2-се йылда фарыз ителә. “Баҡара” сүрәһенең 183-187 -се аяттарында: ”183 Эй, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп–киткәндәргә фарыз ителгән кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки, һеҙ, был фарыздарҙы үтәп, ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ? 184. Ураҙа һанаулы көндәрҙә генә тотолор. Берәйегеҙ сирле булһа йәки сәфәрҙә йөрөһә ураҙа тотмаҫ, һуңынан тотолмаған көндәре өсөн ураҙа тотор.Ҡартлыҡ зәғифлегендәге кеше йәки сәләмәтләнеренә өмөт ҡалмаған сирле кеше ураҙа тотмаҫ. Ураҙа тоторға көсө етмәгәндәр (матди мөмкинлектәре булһа) бер фәҡирҙе утыҙ көн туйҙырырлыҡ фидийә бирергә тейеш. Шулар өҫтөнә кеше үҙ ихтыяры менән хәйер-саҙаҡа бирһә, үҙе өсөн бик тә хәйерле булыр. Белеп тороғоҙ: ураҙа тотоу һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк.185. Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөрьән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә ошо айға килеп ирешкәндәр (еткәндәр) ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолмаған көндәрен һуңынан) башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы ураҙа көндәрен тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн Аллаһты данлағыҙ, шөкөр итегеҙ. 186. Бәндәләрем минең турала һорашһа, әйт: мин һәр кешегә бик яҡынмын. Хаҡтыр, миңә доға ҡылғандарҙың доғаларына яуап бирәм. Улар ҙа тура юл менән барыр өсөн Мине ишетһендәр, иманға килһендәр, Миңә ышанһындар, бәлки, улар тура юлды табыр. 187. Ураҙа төнөндә ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылыу һеҙгә хәләл ҡылынды. Ҡатындарығыҙ – һеҙҙең кейемегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларҙың кейеме кеүек (кейем кешене эҫе, һыуыҡтан һаҡлаған кеүек, һеҙ бер-берегеҙҙе гонаһтан һаҡлап тораһығыҙ). Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә үҙегеҙ хыянат иткәнегеҙҙе белде. Тәүбәгеҙҙе ҡабул итеп, һеҙҙе ярлыҡаны. (Алдан ураҙа фарыз ителгәндә төндәрен яҡынлыҡ ҡылыу ярамаған була. Әммә бәғзе бер сәхәбәләр, сыҙамай, Аллаһтың был тыйыуын боҙа, шуға аҙаҡ ошо ураҙа төнөндә яҡынлыҡ ҡылыуҙы рөхсәт иткән аят инде). Инде ҡатындарығыҙға яҡынлашығыҙ, Аллаһ рөхсәт иткәнде эшләгеҙ һәм Аллаһ Тәғәлә һеҙгә яҙмыш иткән хәйерле баланы теләгеҙ (шәһүәтте ҡандырыу ғына булмаһын). Иртәнге яҡта (аҡ епте ҡара ептән айыра алғансыға) таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағансыға (йәғни ҡояш сығырға сәғәт ярым ҡала) ҡәҙәр ашағыҙ, эсегеҙ, көнө буйы ураҙа тотоп, аҡшамда ауыҙ асығыҙ. Мәсеттәрҙә (иттиҡаф ваҡытында, йәғни рамаҙан айының һуңғы 10 көнөндә) ғибәҙәт ҡылған ваҡытта ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Былар – Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙер - һаҡ булығыҙ, сиктәрҙе боҙмағыҙ. Ошо рәүештә Аллаһ аяттарын һеҙгә аңлата. Бәлки, гонаһ ҡылыуҙан һаҡланырһығыҙ?”
- Дөйөмләп әйткәндә, ураҙаны бөтә тыштан ингән нәмә боҙа: ашау-эсеү юлы менән, клизма, күҙгә, ҡолаҡҡа дарыу һалыу (әгәр дарыу тәмен тамаҡта тойһа), енси яҡынлыҡ, укол ҡаҙатыу, система ҡуйҙыртыу, ҡатын-ҡыҙҙың күреме килеү (шул көндәрҙә ураҙа тотмай, аҙаҡ, бүтән айҙарҙа көнөнә көн тотоп ҡуя). Кем дә кем ураҙа икәнен белә тороп ашап-эсһә, яҡынлыҡ ҡылһа, дарыу ашаһа, уға өҙмәҫтән 60 көн кәффәрәт ураҙаһын тотоу шарт.
- Кеше яңылыштан, үҙенең ураҙала икәнен онотоп ашап-эсеп ташлаһа, ураҙаһы боҙолмай – артабан ашамай дауам итә. Хәҙистә был турала Аллаһы Тәғәлә ул кешене үҙе ризыҡландырҙы, тиелә. Күптәр төкөрөгөн йотмай йонсоп йөрөй – үҙ төкөрөгөңдө йотоу ураҙаны боҙмай. Кеше ҡоҫһа ла ураҙаһы боҙолмай, әммә ауыҙына бармаҡ тығып, көсләп ҡоҫһа, ураҙаһы боҙола. Кем дә кем берәй ризыҡты тәмләп ҡараны икән – ураҙаһы боҙолмай, әммә был – мәкруһ (хупланмаған эш) ғәмәл. Мунса, душ, һыу инеү ураҙаны боҙмай, әммә тамаҡ, ҡолаҡҡа һыу инеүҙән, эҫе мунсала хәл бөтөүҙән һаҡланыр кәрәк. Кешенең тәненән сыҡҡан ҡан, эрен ураҙаны боҙмай.
Әгәр кеше, хаталанып, ҡояш байыған икән тип ашап-эсһә, аҙаҡ көнөнә көн тотоп ҡуя. Һәм дә кемдер таң атмаған икән тип сәхәр ашап ултырһа, ә таң атҡан булһа, ул ошо көндә ураҙаһын тота, аҙаҡ тағы ошо көн өсөн көнөнә көн тотоп ҡуя. Әгәр кеше ризыҡ булмаған нәмәне йотһа (таш, тимер һ.б.) ул ваҡытта кәффәрәт булмай, аҙаҡ көнөнә көн итеп тотоп ҡуя.
- Ураҙала нимәгә иғтибар итергә?
- Ураҙа - ашап-эсеүҙән генә тыйылыу түгел, ә насар ғәмәлдәрҙән тыйылыу. Рамаҙан айында кеше үҙен-үҙе тәрбиәләргә бурыслы. Ураҙаға ингәндә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрәйем, тип ниәт итеү дөрөҫ. Ураҙанан сыҡҡанда кеше саҡ ҡына булһа ла яҡшы, фйҙалы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйтте: ”Кем дә кем ялған һүҙҙе һәм уның буйынса ғәмәл ҡылыуҙы ҡалдырманы - уларҙың ураҙа тотоуы Аллаһҡа хәжәт түгел”, - тип. Шулай: кем дә кем холҡон үҙгәртмәй, ғәйбәт һөйләй, насар ғәҙәттәренән арынмай, уның ураҙаһы ҡоро ас булыуҙан ғына ғибарәт.
Ураҙа кешелә башҡаларға ҡарата мәрхәмәтлекте тәрбиәләй. Ураҙа айынан файҙаланып, Аллаһҡа яҡынлашайыҡ, күберәк изге эштәр эшләйек. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ғүмер бирҙе, һаулыҡ, форсат бирҙе икән – ошонан файҙаланайыҡ. Икенсе йыл кемдәргә ураҙа айын күреү бәхете тейә – бер Аллаһ ҡына белә...
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: ”Кем дә кем белә тороп та ураҙаһын ҡалдырһа (бер көнөн), быуат буйы ураҙа тотһа ла ҡайтара алмаҫ (йәғни, сауабына ирешә алмаҫ)”, - ти.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл мәғриби халисал лил-ләһи тәғәлә.
(Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн иртә таңдан алып ҡояш байығанса рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ихласлыҡ менән ниәт иттем. Амин!)
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғфир ли йә ғаффәру мә ҡаддәмтү үә мә әххартү. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Амин.
(Йә, Раббым! Был ураҙамды мин һинең ризалығың өсөн генә тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем, тәүәккәл ҡылдым һәм Һинең ризығың менән ауыҙ астым. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең элекке гонаһтарымды ла, һуңғыларын да ярлыҡасы.)