Беҙҙең Мораҙым ауылында үҙҙәренең донъя көтөүҙәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләр бик күп. Бер туған ҡустым Рөстәм Бәшир улы менән киленебеҙ Миләүшә Бирғәле ҡыҙы Айытбаевтар шундайҙар иҫәбендә.
1992 йылдың көҙөндә ғаиләбеҙҙе шаңҡыта һуғырлыҡ ҡайғы килде. Гөрләтеп донъя көтөрлөк сағында әсәйебеҙ фажиғәле рәүештә һәләк булды. Һигеҙ баланың дүртәүһе эйәле-башлы булмаған, бәләкәс өс һеңлебеҙ үҙҙәренә һөнәр ҙә алмағандар ине әле. Үҙенең иңдәренә ниндәй яуаплылыҡ төшкәненә аңлағандыр инде ҡустым, иң беренсе кәләш алыу яғын хәстәрләне. Рөстәмдең бәхете Ҡолғана ауылында булған. Күмәк балалы ғаиләлә тыуып, бәләкәстән эшкә өйрәнеп, туғанлыҡ ҡиммәттәрен һәйбәт аңлап үҫкән киленебеҙ. Өс бикәсенә еңгәй генә түгел, апай-әхирәткә әйләнде. Уларға үҙҙәре теләгән һөнәр алырға ярҙам иттеләр. Һәр береһенә туйҙар үткәреп, матур итеп оҙатыштылар. Төп нигеҙҙең ҡотон, бәрәкәтен ебәрмәй, һәүетемсә донъя көтөп алып киттеләр. Йәштәрҙең бәхетен арттырып, бер-бер артлы дүрт бала: 2 ҡыҙ һәм 2 малай донъяға килде. Балаларға һәйбәт тәрбиә бирҙеләр. Улар итәғәтле, ололарҙы – оло, кеселәрҙе кесе итә беләләр.
Оло ҡыҙҙары Гөлйемеш Белорет медицина колледжының фельдшер-акушер бүлегендә уҡып, әлеге көндә шунда уҡ эшләп йөрөй. Кейәүебеҙ, Бөрйән егете Алмас полиция бүлегендә эшләй. Улдары Нурлан - бөтәбеҙҙең ғорурлығы. Ҡазан ҡалаһында хәрби училищела уҡып, лейтенант дәрәжәһе алып, Алтай өлкәһендә хеҙмәтен башланы. Оло тормош юлына үҙенең яртыһы Илүзә киленебеҙҙе лә алып китте. Уларға бәхет–именлек кенә теләп ултырабыҙ. Зилдә Байназар урта мәктәбенең 8-се синыфында уҡый. Уҡыу алдынғыһы, “Азамат” өлгөлө бейеү ансамблендә бейей, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, мәктәп данын яҡлап йөрөй. Кинйәләре Искәндәр ауылда 4-се синыфта. Уға ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ ҡура тултырып мал көтәләр, йәй көндәре күпләп ҡош-ҡорт алалар. Йәйгеһен уларға барһаң, донъялары гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, картуф сәсәләр. Көҙ көнө, билгеле, күпләп салаттар, ҡайнатмалар эшләйҙәр. Киленебеҙ аш-һыуға ла оҫта, уның бешергән бәлештәре телеңде йоторлоҡ була. Ярҙам һорағандарға туй өҫтәлдәре лә әҙерләшә. Ул бәйләргә лә, тегергә лә ярата.
Улар олоғайған атайымды ҡарайҙар. Хәл белешә барһаҡ, белеп барабыҙ – атайҙың өҫ-башы таҙа, ул йәшәгән бәләкәй йорт һәр ваҡыт йылы, бөхтә. Олоғайған көнөндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә атайыбыҙ.
Эйе, ике уңған пар килһә генә донъя көтөү еңел, тормош бәрәкәтле була. Рөстәм оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорто ҡаҙанлығында эшләй. Ғаиләһенә итәғәтле, туғандары өсөн өҙөлөп тора.
Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп сыҡҡанда ла киленебеҙ сабыр аҡылы менән эш итә. Күршеләре менән татыу ғүмер итәләр.
Мәктәпте тамамлағас, ул Баймаҡ ҡалаһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Был һөнәре тормошта бик ярап ҡала. Кейем-һалымды үҙе бесә, үҙе тегә. Оҫтаның ҡулы уртаҡ шул, уға күрше ауылдарҙан да килеп, үҙҙәренә кәрәк әйберҙәрҙе тектереп алалар.
Ауылдағы фольклор төркөмөнә, ансамблгә милли кейемдәр тегеп бирҙе. Егәрленең ҡулы етәү, тигәне дөрөҫтөр ул.
Рөстәм ҡустым армияға тиклем ДОСААФ-та шофер һөнәрен үҙләштергәйне, армияла шул һөнәре буйынса хеҙмәт итте. Унан ҡайтҡас, инде тәжрибә туплаған водителде колхоздың һөт ташыу машинаһына ултырттылар. Бер нисә йыл фермала мал да ҡараны. Йүнсел йүнен табыр, ялҡау һылтауын табыр, тиҙәр бит. Ниндәй генә ауыр мәлдәрҙә лә ғаиләһен мохтаж итмәҫкә тырышты ул.
Уларҙың ғаилә ҡорғанына 26 йыл да булып китте. Ошо йылдар эсендә туғандарын бер ҡорға туплап, уларҙы бер бөтөн итеп йәшәй туғандарыбыҙ.
Беҙ, бер туғандар, үҙ-ара татыубыҙ, шуға ла тормош ауырлыҡтары еңелерәк тойола. Бында, әлбиттә, киленебеҙ менән ҡустымдың өлөшө ҙур. Ҡырҙа йәшәгән туғандар отпуск йә байрамдарға ыңғай төп йортҡа ҡайтып, рәхәтләнеп ял итеп китәләр. Беҙҙе - оло ғаиләне бер бөтөн итеп туплап, туғанлыҡ ҡиммәттәрен һаҡлап килгән сабыр, аҡыллы киленебеҙ менән ҡустыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ни өсөн биш бала тапҡандарға ғына “Герой әсә” миҙалы бирәләр икән? Миңә ҡалһа, киленебеҙгә миҙал түгел, орден бирер инем. Сөнки ғаиләнең бер бөтөнлөгө ҡатын-ҡыҙҙан тора. Шуның һымаҡ килендәр күберәк булһын ине.