Һанлы телевидение тураһында нимәләр белергә кәрәк?
*Бөгөн Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә һанлы телевидениеға күсеүгә бөтә кеше лә әҙер түгел әле. Был айырыуса телесигналдарҙы тышҡы йәки бүлмә антенналары ярҙамында ҡабул итеүселәргә ҡағыла. Кабель, спутник, IP-телевидение ҡараусыларға иһә был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин.
*3 июндән федераль аналог каналдары бөгөнгө кеүек күрһәтмәй башлаясаҡ, ҡара экран ғына сығасаҡ. Шуға күрә һанлы телевидениеға күсеүҙе бөгөндән үк хәл итергә кәрәк.
*Беҙҙең райондан Иҫке Собханғол, Байназар һәм өлөшләтә Ҡурғашлы, Яңы Собханғол ауылдары һанлы телевидение күрһәткән зонаға эләгә. Әгәр Беренсе каналдың өҫкө уң яғында “А” хәрефе тора икән: һеҙҙең телевизорығыҙ элекке аналог төрөнә ҡарай һәм һеҙгә һанлы приставка ҡуйырға кәрәк; йә һеҙ яңы телевизор менән ҡулланаһығыҙ, әммә ул һанлы сигналды ҡабул итеүгә көйләнмәгән – телевизорығыҙҙы яңынан көйләп алырға кәрәк.
*БР киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Байназар һәм уға яҡын ауылдар кешеләренә антеннаға иғтибар итергә – әгәр метрлы тора икән, янына дециметрлыны ҡуйырға кәрәк. Йәки уны дециметрлы (20 федераль канал) һәм метрлы (БСТ) диапазондағы телесигналдарҙы бер үк ваҡытта ҡабул итеүсе бөтә тулҡынлы антеннаға (всеволновая) алыштырырға кәрәк.
БСТ-ны ҡарау өсөн нимәләр талап ителә?
Беҙҙең районда ауылдарҙың төп өлөшө һанлы телевидение тотмаған зонаға эләгә. Был ауылдарҙа кабель йәки спутник телевидение ҡарарға мөмкин. Нәҡ ошондай ауылдар өсөн спутник телевидение операторҙары (НТВ+, “Телекарта” (“Орион Экспресс”) һәм МТС) ҡоролмаларға махсус ташламалар тәҡдим итә. Һәм иң мөһиме – ҡоролманы ҡуйғас, 20 каналдан бушлай пакет ҡуйып алырға мөмкин. Йәғни сығымдар бер тапҡыр ғына – спутник телевидениены һатып алыуға һәм ҡуйҙырыуға ғына талап ителә. Башҡортостан телевидениеһын ҡарарға яратыусылар иһә һанлы телевидениеға күскәндә БСТ-һыҙ тороп ҡалмаясаҡтар, әммә уларға антенналарҙы саталандырыусы (разветвитель антенн) тураһында уйларға кәрәк. Ул саҡта федераль каналдар - приставка аша, БСТ телеантеннанан тура күрһәтәсәк. Спутник телевидениеға күскәндә иһә БСТ булған телеканалдар пакетына иғтибар итергә кәрәк.
Приставкаларҙы, спутник ҡоролмалары комплекттарын район үҙәгендә ҡайҙарҙан һатып алырға мөмкин?
Приставкаларҙы Иҫке Собханғол почта бүлексәһендә, шәхси эшҡыуар Илдар Ишморатовтың “Ағиҙел”, Сергей Ильдиндың төҙөлөш, Айҙар Яхиндың “Апрель” магазиндарында алырға мөмкин. Спутник ҡоролмалар комплекттарын “Триколор”, “Телекарта”, “МТС” компанияларының рәсми дилеры булған “Апрель” магазиндарында, “МТС” компанияһының райондағы вәкиле Рәмзил Иҫәнбаевтан һатып алырға мөмкин.
Бөгөн районда күпме кеше һанлы телевидение буйынса ярҙам алған?
Белеүебеҙсә, республикала балаға айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был категорияларға ҡараусыларға, әгәр улар һанлы телевидение тотҡан урында йәшәһәләр, приставка өсөн 1000 һум компенсация түләнә, һанлы телевидение тотмаған зонала йәшәһәләр, бушлай спутник антенналары ҡуйыла.
Бөгөнгө көнгә районда 317 спутник антеннаһы ҡуйылған, приставкаларға компенсация өсөн 18 ғариза бирелгән, 8 кешегә компенсация түләнгән.
Ә һеҙ һанлы телевидениеға күстегеҙме? Телевидениеның сифаты үҙгәрҙеме? Приставкалар, спутник антеннналары буйынса ярҙам алдығыҙмы?
Һанлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин.