Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 13:10

Көн ҡаҙағында - халыҡ именлеге

“Әгәр ҙә ул кәрәкле ваҡытта һәм кәрәкле урында ҡулланылһа, янғынды бер стакан һыу менән дә һүндерергә мөмкин”, - тине Р. Сәләхов

“Әгәр ҙә ул кәрәкле ваҡытта һәм кәрәкле урында
ҡулланылһа, янғынды бер стакан һыу менән дә һүндерергә мөмкин”, - тине Р. Сәләхов
18 апрель көнө район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов, БР буйынса янғынға ҡаршы хеҙмәттең 28-се отряды начальнигы Р. Сәләхов, БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А. Лопухов, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары В. Горин, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Д. Акиев һ.б. ҡатнашты.
Ултырышта яҙғы–йәйге янғын хәүефе артҡан миҙгелгә әҙерлек, йәйге һауыҡтырыу лагеры, йәштәр һәм спорт, мәғариф, мәҙәниәт объекттарында янғын хәүефһеҙлеге буйынса отчеттар яһалды. Ауылдарҙы янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү, гидранттарға яҙғы комиссия тикшереүе үткәреү, районда урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса һаҡлыҡ сараларын үтәү хаҡында һөйләшеү алып барылды. Шулай уҡ һыу инеү миҙгелендә һыу объекттарында хәүефһеҙлек, һыу инеү урындарын билдәләү мәсьәләләре күтәрелде.
Артабан Байназар ауылында халыҡ менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙғы осорҙа сүп-сар һәм ҡоро үләнде яндырыуға бәйле янғын хәүефе артыуын билдәләп, был йәһәттән халыҡҡа иғтибарлы, ут менән һаҡ булырға, янғын хеүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән, усаҡ яҡмаҫҡа саҡырҙылар.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙа Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов янғын һүндереү ҡорамалдары, уларҙың тороштары менән таныштырҙы.
Осрашыу аҙағында яңы тыуған сабыйҙары булған ғаиләләрҙең өйҙәренә янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйыу ҙа ҡаралған ине.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: