21 апрель – Урындағы үҙидаралыҡтар көнө. Ошо уңайҙан райондағы иң ҙур ауыл биләмәләренең береһе булған Байназар ауыл хакимиәте башлығы Салауатов Айрат Зиннур улы менән был биләмәнең көнитмеше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Айрат Зиннур улы, быйылғы йылдың баш ауыртыуына әйләнгән сүп-сар мәсьәләһенән башлайыҡ әле һөйләшеүҙе.
- Эйе, был ҙур ғына мәсьәлә. Сөнки, донъя көткәс, сүп-сарһыҙ ҙа булмай. Беҙгә 16 апрелдә “Эко-сити”нан тәүге тапҡыр махсус машина килеп, өй беренсә йөрөп ҡыйҙарҙы йыйҙы. Халыҡ сүп-сарын тоҡтарға тултырып тапшырҙы. Шулай яйлап был тәртипкә өйрәнербеҙ тип өмөт итәбеҙ. Беҙҙең биләмәлә йәшәгән халыҡ ошо көндән генә сүп-сар өсөн түләй башлаясаҡ.
- Төҙөкләндереп тормаһаң, үҙ хужалығыңда ла әле тегенеһе, әле быныһы онталып ҡына бара, ә һеҙҙең ҡарамаҡта биш ауыл...
-Әлбиттә, ауылдарҙың төҙөклөгөн иғтибар үҙәгендә тоторға тырышабыҙ. Кешеләрҙең үҙҙәренең дә матур йәшәргә ынтылып тороуы ҡыуандыра. Быйыл Мәһәҙей һәм Яуымбай ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үтәсәк. Тимәк, ауылдар матурайып ҡаласаҡ тигән һүҙ.
Бынан тыш, Байназар зыяратында ҙур ғына эштәр башҡарырға ниәтләп йөрөйбөҙ. Былтыр Бешәке йылғаһы аша бәләкәй күперҙе яңыртып ҡуйҙыҡ. Ҡыҫҡаһы, яйлап шулай эштәр бара.
- Ауылдарҙа эш урындары күп түгел, халыҡ ниндәй килемдәр иҫәбенә көн итә?
- Состар ниндәй заманда ла яйын таба инде. Ялҡау сәбәп эҙләй, тырыш әмәл эҙләй, тиҙәр бит. Шөкөр, тырыш халыҡ йәшәй беҙҙә. 22 кеше ҡырҙа (себерҙә, Санкт-Петербургта һ.б. ерҙәрҙә) вахта ысулы менән эшләй. Төп халыҡ мал көсө менән йәшәй. Шулай уҡ картуф, йәшелсә үҫтереп, табыш алыусылар ҙа бар. Шундай уңғандарға мөмкинлек биреү маҡсатында йыш ҡына йәрминкәләр үткәреп торабыҙ. Халыҡ үҙенән артҡанын һатып ебәреп, күпмелер табыш ала.
- Эйәһеҙ эттәр, көтөү ойоштороу мәсьәләләре хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?
- Бәйһеҙ эттәр мәсьәләһе әленән-әле ҡалҡып тора. Ошо көндәрҙә 11 бәйһеҙ эт ауланды. Ә көтөү ойоштороу бер беҙҙең генә түгел, бөтә райондың баш ауыртыуы инде ул. Малдарын үҙ яйына сығарып ебәрергә өйрәнеп бөттө халыҡ. Ойошторолған хәлдә лә көтөү өсөн аҡса түләргә теләмәүселәр күп була.
- Йәштәр менән эш тә һеҙҙә яҡшы ғына бара һымаҡ...
- Эйе, йәштәр эше буйынса белгесебеҙ Азат Ишбулатов бик дәртле егет. Ул йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу йүнәлешендә айырыуса тырыша. Ҡышҡыһын хоккей уйындары ойошторолдо.
Шулай уҡ йәштәр волейбол, милли көрәш менән дә ҡыҙыҡһына. Ауыл мәҙәниәт йорто ла асыҡ була, унда бильярд төртәләр. Мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә төрлө мәҙәни саралар ойоштороп тора.
- Урындағы инициатива-ларҙы күтәрмәләү проекты буйынса һуңғы арала һеҙҙә ниндәй эштәр башҡарылды?
- Былтыр был проект Мәһәҙейҙә балалар өсөн уйын майҙансығы асырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл Яуымбайҙа балалар өсөн тағы ла ҙурыраҡ спорт һәм уйын майҙансығы эшләү ниәтендә документтар йыйып тапшырҙыҡ. Конкурстан үтеп китһәк, ауылды төҙөкләндереү, уның киләсәген сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу өсөн байтаҡ эштәр эшләнәсәк тигән һүҙ.
- Шул уҡ ваҡытта сәләмәт тормошҡа аяҡ салған эскелек тигән афәт тә урап үтмәй бит әле ауылдарыбыҙҙы...
- Һүҙ юҡ. Әлбиттә, көрәшеп маташабыҙ инде был дошман менән. Был йәһәттән йәмәғәт ойошмаларының, йәштәрҙең роле бик ҙур. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған егеттәр бик әүҙем. Бергәләп рейдтар үткәрәбеҙ. Һөҙөмтәһе юҡ түгел – законһыҙ хәмер һатып, ауылдаштарын ағыулаусылар бермә-бер кәмене. Ләкин был көрәшкә нөктә ҡуйырға иртәрәк әле.
Йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән ауыр ғаиләләргә лә рейдтар яһайбыҙ. Шөкөр, ундай ғаиләләр беҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.
Әйткәндәй, йәмәғәт ойошмалары – “Ағинәйҙәр”, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы - беҙҙең төп таяныстарыбыҙ. Барлыҡ сараларҙы бергәләп ойошторабыҙ. Быға тиклем ауыл ветерандар советын Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатов етәкләгәйне, хәҙер Сәғит Алтынбаев алып бара был эште.
Беҙҙә йәнә бер матур традиция бар – юбилярҙарыбыҙҙы өйҙәренә барып ҡотлайбыҙ. Ололарҙың хәл-әхүәлен белешеп тә ҡайтабыҙ бер ыңғайҙан.
Эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә, сараларға бағыусылыҡ күрһәтәләр. Ҡыҫҡаһы, ауылы берҙең ҡәүеме бер, тигәнде раҫлап йәшәй беҙҙең биләмә халҡы.
Бына шулай һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Килеп тыуып торған теге йәки был мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, һөйләшеп хәл итергә тырышабыҙ.
Т. Баһауетдинова әңгәмәләште.