Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 11:20

Башҡорттар ҡорға йыйылды

17 апрелдә Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында Бөрйән районы башҡорттарының оло йыйыны – Ҡоролтай үтте. Унда Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарҙан тыш 182 делегат ҡатнашты.

17 апрелдә Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында Бөрйән
районы башҡорттарының оло йыйыны – Ҡоролтай үтте. Унда Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарҙан тыш 182 делегат ҡатнашты.
Иҫке Собханғол мәктәбе балаларының сағыу бейеүҙәре, рухлы йырҙарынан һуң Ҡоролтай эш башланы. Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәс, райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе уҡытыусы Дамир Аллабирҙин тырышлығы менән донъя күргән “Бөрйәнем- йәнтөйәгем” исемле ер-һыу атамаларының тарихы бәйән ителгән китап авторын бүләкләүҙән баш алды сара. Әүҙем крайҙы өйрәнеүселәр Д. Аллабирҙин, Б. Йәғәфәровтарға “Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, уҡытыусылар Хәмиҙә Аллабирҙина, Венера Бикбаеваларға ошо китапты сығарғандағы ярҙамдары өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Шәриповтың отчет докладынан һуң делегаттар 5 секцияға бүленде.
“Балалар туризмы һәм спорты проблемалары, уларҙы камиллаштырыу юлдары” (модераторы У. Хәлиуллин), “Экологияның актуаль проблемалары һәм экологик хәүефһеҙлек” (модераторы А. Фәтхетдинов), “Эшҡыуарлыҡ: проблемалар һәм үҫеш перспективаһы” (модераторы А. Бейембәтов), “Йәмәғәт ойошмаларының милли үҙаң үҫтереүҙә роле” (модераторы М. Ғүмәров), “Урман һәм кеше. Урман ҡануниәте новеллалары” (модераторы Ғ. Манапов) секцияларында һөйләшеүҙәр бик фәтеүәле булды.
Аҙаҡ һәр секцияның модераторы сығыштарҙы дөйөмләп фекерен әйтте, райондың әүҙем йәмәғәтсеһе, Бөрйән “Вики-клубы”н ойоштороусы, тотош Рәсәй Википедияһында Бөрйән данын шаулатыусы Көнһылыу Ҡотлобаеваның, райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәновтың сығыштарын йәмәғәт диҡҡәт менән тыңланы. Өфө ҡунағы, Башҡортостан Википедияһы етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Бөтә Рәсәй Википедияһынан Владимир Медейконың сығыштары,бигерәк тә уларҙың Бөрйән википедистары Көнһылыу Зәки ҡыҙы, Рәшиҙә Хәй ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәтен баһалап әйткән һүҙҙәре йөрәккә май булып яғылды.
Ҡарарҙар ҡабул иткәс, оло ҡор йәй Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайланы.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: