Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 11:17

Һанлы телевидение буйынса дәүләт ярҙамына кемдәр дәғүә итә?

Гәзиттең үткән йома һанында яҙыуыбыҙса, республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда граждандарҙың 2 категорияһы – федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар һәм балаға айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һанлы телевидение буйынса дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Пенсионерҙарҙың социаль федераль өҫтәмә аламы-юҡмы икәнен Пенсия фондының сайтындағы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинеттарҙа белергә мөмкин.

Һанлы телевидение тотҡан биләмәләрҙә йәшәүселәргә телевизорҙарға һанлы приставкалар алыуға 1 мең һумға тиклем аҡсалата компенсация ҡаралған. Документтарҙы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәк (МФЦ) офистарына ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 25 декабренә тиклем тапшырырға мөмкин.
Һанлы телевидение тотмаған урындарҙа йәшәүселәргә ярҙам алыу өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә, ғариза яҙырға һәм ғаилә составы тураһында белешмә (справка) алырға кәрәк.
Бөгөнгө көнгә республикала компенсация өсөн 745 ғариза тапшырылып, республика бюджетынан 371 кеше компенсация алған, спутник телевидение үткәреү өсөн 4700 ғариза алынған, 1600 комплект ҡуйылған.
Районда әле 220 спутник тәрилкәһе ҡуйылған, 8 кеше приставкаларға компенсация алған.
Әтектән Мәйсәрә Грецу, мәҫәлән, пенсияға федераль социаль өҫтәмә ала. “Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Сафия Ҡөлмәнбәтова документтар исемлеген биргәс, тиҙ генә туплағайным, мастерҙар ҙа тиҙ генә килеп, спутник тәрилкәһен ҡуйып та киттеләр. Ошондай хәстәрлек өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Каналдар бик күп, сифаты һәйбәт. Ейәнем йәнһүрәттәр ҡараһа, беҙ “БСТ”, “Ҡурай” каналдарын ҡарайбыҙ”, - ти Мәйсәрә Әүхәҙи ҡыҙы.
Әбделмәмбәттән Роберт һәм Миләүшә Мәхмүтовтарға ла спутник тәрилкәһе ҡуйып киткәндәр. “Документтарҙы ауыл хакимиәте йыйҙы, күп документ талап ителмәне. Каналдары күп, сифаты һәйбәт,“БСТ” ла күрһәтә”, - ти улар.
Байназарҙан Зөлфиә Байназарова һанлы телевидениеға күскән. “Элек 4 канал (аналог) ҡараһам, хәҙер - 20. Бөтә ерҙә тоташтырыу барғас, ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер каналдар күрһәтмәй китә китеүен, оҙаҡламай, моғайын, яйға һалыныр. Приставкаға компенсация өсөн документтар йыйып бирҙем, бүленеү-бүленмәүе айҙың 26-һында билдәле буласаҡ”, - ти Зөлфиә Ишморат ҡыҙы.
Һанлы телевидение буйынса һорауҙар тыуһа, эш көндәрендә түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин:
һанлы приставкаларға компенсация алыу буйынса: 7(347)282-40-35,
спутник ҡоролмаларын ҡуйыу буйынса: 8-800-347-00-55.
М. Йәмилева.
Читайте нас: